0 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
9 мая - День Победы
15 Август 2024, 12:42

Күп телле булыу абруйлы

Күптән түгел Октябрьский ҡалаһының 30-сы балалар баҡсаһында ҡаланың мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында өлкән тәрбиәселәр өсөн «Полилингваль белем биреү моделе, полимәҙәни шәхес тәрбиәләү сараһы» семинары үткәрелде. Семинар «Күп телле булыу абруйлы...» девизы менән уҙҙы.

Сарала хөрмәтле ҡунаҡтар булып Октябрьский ҡалаһының башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмәғәт хәрәкәте ағзалары Д. Фәхретдинова һәм М. Ахунова сығыш яһаны, улар башҡорттарҙың милли кейемдәре күргәҙмәһен ойошторҙо, башҡорт милли кейеменең үҫеш тарихын һөйләне. Республиканың төрлө райондарында йәшәүселәрҙең кейемдәрендә ҡайһы бер айырмалыҡтарға ҡарамаҫтан, башҡорт милли кейеме ғәжәп итеп бер мәҙәниәтте, бер үк традицияларҙы һаҡлай, үҙенсәлекле халыҡ рухын сағылдыра. Дилбәр Нәзир ҡыҙы һәм Миңлегөл Нурый ҡыҙы үткән, хәҙерге һәм киләсәк араһындағы бәйләнеште һаҡлап ҡалыу кәрәклеген иҫбатланылар. Тарихи процесс өҙлөкһөҙ, беҙҙең менән булған бөтә нәмә үткәндән килә. Шуға күрә халыҡ мәҙәниәтенә һаҡсыл ҡарау мөһим – был беҙҙең үҙенсәлек. Балалар баҡсаһына бүләк – «Үҫеш баҫҡыстары» китабы әҙерләнде.

Юғары категориялы тәрбиәсе Ф. Сәләхетдинова башҡорт телен өйрәнеүсе төркөмдә «Башҡортостан Республикаһы буйлап сәйәхәт» тип аталған асыҡ күңел асыу сараһын күрһәтте.

Артабан өлкән тәрбиәсе А. Моисеева мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына полилингваль белем биреүҙе индереү буйынса мәғлүмәт менән уртаҡлашты.

Бынан тыш, педагогтарға «Күгәрсен аяғы» башҡорт әкиәтенең театрлаштырылған спектакле күрһәтелде.

Мәғариф бүлеге методисы О. Ильницкая балалар баҡсаларында башҡорт телен өйрәнеү өсөн методик тәьминәт буйынса консультация үткәрҙе һәм мәктәпкәсә белем биреү кимәлендә милли һәм полилингваль белем биреүҙе  тормошҡа ашырыуҙы көйләүсе норматив документтар менән таныштырҙы.

 

  • Ике балалар баҡсаһында берәр төркөмдә башҡорт телендә уҡытыу ойошторолдо, шулай уҡ полилингваль  белем биреү төркөмөн булдырыу өҫтөндә эш башҡарыла.  

Былтыр беҙ дидактик материалдар алдыҡ, шулай уҡ тәрбиәселәр өсөн балаларға башҡорт телен өйрәтеү буйынса семинарҙар үткәрелә. Республикала мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары өсөн «Әкиәттә ҡунаҡта» уҡыу-дидактик материалдар әҙерләнгән. Быларҙың барыһы ла беҙгә эштә ныҡ ярҙам итә. Шулай уҡ башҡорт телен, мәҙәниәтен, сәнғәтен популярлаштырыу буйынса Октябрьский ҡала башҡорттары ҡоролтайы, «Ағинәйҙәр» ойошмаһы тарафынан ойошторолған төрлө саралар ярҙамында ғәмәлгә ашырыла - тине О. Ильницкая.

 

Республика башлығы Радий Хәбиров: “Беҙ үҙебеҙҙең ерҙә яуаплы хужа булыу өсөн уңышлы булырға, балаларыбыҙ, киләсәк быуындар өсөн Башҡортостанды һаҡлап ҡалырға һәм нығытырға, ата-бабаларыбыҙ тапшырған мираҫҡа һаҡсыл ҡараш тәрбиәләргә тейешбеҙ”.
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: