Конкурстың быйыл федераль этабына 388 ғариза ҡабул ителгән. 88 ғаилә финалға сыҡты.
Альберт менән Гөлнара 2010 йылдың 18 февралендә таныша. Күп тә үтмәй йәш пар никах уҡыта. Бер йылдан уларҙың улдары тыуа. Әмил тип исем кушалар уға. Ике йылдан уларҙың икенсе улдары Эмиль тыуа.
Йәш ғаилә йорт һалып керә. Тағы бер шатлыҡлы ваҡиға - өсөнсө малайҙары тыуа. Ә дүртенсе улына Альберт композитор Таривердиев исемен бирергә ҡарар итә. Шулай итеп Яҡупавтар ғаиләһендә Микаэль тыуа.
«Йыл ғаиләһе» конкурсы 9-сы тапҡыр уҙғарыла. Республикабыҙ ғаиләләре йыл һайын әүҙем ҡатнаша һәм даими еңеү яулай. Мәҫәлән, былтыр «Ғаилә – йолаларҙы һаҡлаусы» номинацияһында Стәрлетамаҡ районынан Әхмәровтар еңеүсе була.
Конкурс 2016 йылдан уҙғарыла. Уның ойоштороусылары – РФ Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға ярҙам итеү фонды, Рәсәй субъекттарының юғары башҡарма власть органдары.
2023 йылдың ноябрендә Рәсәй президенты Владимир Путин указына ярашлы быйылғы 2024 йыл Ғаилә Йылы тип иғлан ителә.
Башҡортостанда ғаиләгә ярҙам итеүгә ҙур иғтибар бүленә. Ғөмүмән, республикала ғаиләгә арналған тематик йыл иҫәп буйынса өсөнсө. Мәҫәлән, 2018 йыл төбәктә Ғаилә йылы тип иғлан ителде.
2024 Йыл Башҡортостанда Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр хаҡында хәстәрлек күреү йылы тип иғлан ителде, быны дөйөм федераль Ғаилә йылының логик дауамы тип иҫәпләргә мөмкин.
Башҡортостан күп балалы ғаиләләр хаҡында хәстәрлек күрә - төбәк кимәлендә 6 йәшкә тиклемге күп балалы ғаиләләрҙәге балаларға бушлай дарыуҙар һалынған, ә балалар баҡсаларына уларҙы беренсе сиратта ҡабул итәләр. Мәктәп уҡыусылары өсөн транспортта бушлай йөрөү, туҡланыу һәм форма ҡаралған. Күп балалы ғаиләләргә торлаҡ һәм торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә ташламалар бирелә һәм торлаҡ шарттарын яҡшыртырға, ер участкаларын алырға ярҙам итә.