+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Тормош бит ул шундай нәмә...

Туймазы районының Мәтәүтамаҡ ауылында донъяға килгән ҡыҙсыҡ ишле балалы ғаиләлә үҫә. Тормош иптәше Мөхәррәмде фронтҡа оҙатҡанда, ҡатыны Нәғимә өсөнсө сабыйы менән ауырлы булып ҡала.

— Бик йәшләй тормош арбаһына егелеп үҫкән ябай ауыл балаһы мин, ‑ тип һүҙен башланы гәзитебеҙ ҡунағы. — Атайҙы хәтерләмәйем. Һуғышҡа сығып киткән еренән башҡаса әйләнеп ҡайтманы ул. Минән һигеҙ йәшкә өлкән булған ағайымды атай тураһында, уның холҡо, буй‑һыны, сибәрлеге тураһында һораштырып, йөҙәтеп бөтөрә инем.
1943 йылдың 11 февралендә ҡыҙылармеец Мөхәррәм Шәйхетдинов ғаиләһе йәшәгән йорт ҡапҡаһына ла ҡайғы еле килеп һырыла: өҙгәләнеп илаған әсәһенең ҡулындағы ҡара өсмөйөшлө хатҡа ҡарап, дүрт‑биш йәшлек Лүзиә: «Илама, әсәй, был бит хат ҡына», — тип йыуатырға тырышҡанын әле лә яҡшы хәтерләй.
Ғөмүмән, һуғыш осоро балаһының хәтере сәғәт кеүек теүәл эшләүенә бары тик һоҡланырға ғына ҡала. Бынан һикһән йыл элек булған ваҡиғаларҙы Лүзиә өләсәй ҙур теүәллек менән бәйән итә.

— Әсәйебеҙ көслө ихтыярлы, тырыш һәм батыр ҡатын булды. Төшкө ашҡа ҡәҙәр мәктәптә эшләне, унан һуң колхоз эшенә китә ине. Минән бер генә йәшкә кесе булып тыуған ҡустым минең ҡарамаҡта булды. Көн оҙоно уны елкәмә ултыртып йөрөп, ҡулбаштарым һуйылып бөтөр ине, ‑ тип һөйләй яҡташыбыҙ.
Һуғыш йылдарында Мәтәүтамаҡ ауылында өс урында эшләпәгә оҡшаш радиоалғыстар һөйләп торған. Фашист илбаҫарҙары менән барған ҡан ҡойғос алыштар тураһында, шул уҡ ваҡытта халыҡты түҙемле булырға саҡырып, һис шикһеҙ еңеү совет иле яғында буласағына ышаныс уятып, сығыш тотҡан Сталинды тыңлап үҫкән Лүзиә Мөхәррәм ҡыҙы Ер йөҙөнә Бөйөк Еңеү бүләк иткән 9 май иртәһен дә яҡшы хәтерләй.

‑ Һис оноторлоҡ түгел! Тирә‑яҡта шатлыҡ ауаздары, күҙ йәштәре, шул арала күрше Мөғин ағай гармунын һыҙҙырып ебәрҙе... Һуғыш бөтөү шатлығынан ауыл советы рәйесе Тимерхан ағай колхоздың бер нисә һарығын салдырып, табын ҡорҙорҙо. Оло ҡаҙанда, тирә‑яҡҡа тәмле еҫ таратып, ит бешерҙеләр. Малайҙар һәм ҡыҙҙарҙың ҡулдарына ҙур булмаған ит киҫәге һәм бер телем икмәк тотторҙолар. Тамағы туймаған һуғыш осоро балаһы өсөн бынан да ҙурыраҡ шатлыҡ була алды микән?! — тип йылмая әңгәмәләшем.

Һуғыш йылдарында тылда күптәрҙең ғүмерҙәре ҡыйылғанын тарих яҡшы хәтерләй. Аслыҡтан тилмереп вафат булған ауылдаштарын Лүзиә өләсә ҙә онотмай. «Беҙҙе бындай әсе яҙмыштан бары тик төн йоҡоһо күрмәгән әсәйебеҙҙең тырыш ҡулдары ғына һаҡлап ҡалды. Нисек итһә итте, әммә ул ихатала һыйырҙы бөтөрмәне. Ул бик һөтлө булды. Бер нисә баш һарыҡ та аҫраныҡ. Ләкин уларҙың йөнө ҡулға ла теймәне. Тауыҡтар тоттоҡ. Хәтерләйем әле, ҡапҡа башына бүлеп бирелгән йомортҡа налогы ғына ла йылына 160 дана тәшкил итте. Шул дәүләт «йөкләмәһен» йыйырға кергән Нурый ағайға «Балаларға ике‑өс йомортҡа булһа ла ҡалдыр инде», ‑ тип әсәй ялбара ине. 42 сутый баҡсабыҙҙа бәрәңге уңды. Ҡул менән утайбыҙ, төбөн күмергә ‑ бер кәтмән. Аллаһҡа шөкөр, бәрәңгенән өҙөлмәнек, Бәләбәй спекулянттарынан тоҙ һәм һабын кеүек кәрәк‑яраҡҡа алмаштырырға ла етте. Урмансы бесән делянкаһы бүлеп бирһен өсөн дә бәрәңге ярҙамға килде», ‑ тип хәтер йомғағын һүтә һуғыш осоро балаһы.

Һуғыштан һуңғы ауыр йылдар ғына түгел, ә нәҡ бына атайһыҙ ҡалған етем тормош Лүзиә Моратшинаны ғәҙел, ныҡ характерлы, ҡурҡыу белмәҫ, ауырлыҡтар алдында баш эймәҫ булып үҫергә мәжбүр итә лә. «Улай ғына ла түгел, хатта уҫаллашып үҫергә һәм йәшәргә тура килде, ‑ ти ул үҙе лә. — Беҙҙе яҡларға, беҙҙең өсөн алдан йөрөргә атайыбыҙ булманы, ‑ тип ғәҙелһеҙлектәр һәм кәмһетеүҙәр менән йыш осрашҡан ҡыҙ бала бик йәшләй үҙен һәм яҡындарын яҡларға өйрәнә.

Мәктәпте уңышлы тамамлаған Лүзиәне колхоз бухгалтерияһына эшкә алалар. Ул йылды, мал аҙығы әҙерләгән осорҙа, ауыл халҡына ярҙамға йөк машиналары килә. Шуларҙың береһе менән идара иткән егет ирҙәр менән бер рәттән урманда утын тейәгән тырыш һәм ҡурҡыу белмәҫ Лүзиәгә беренсе ҡараштан уҡ ғашиҡ була.
‑ Ирем тыумышы менән Ҡандранан ине. Мин ун ике йән йәшәгән ғаиләгә килен булып төштөм. Беҙ шул ҡәҙәр дуҫ йәшәнек. Хәҙер тора‑тора шаҡ ҡатам, йортта бер тауыш‑ҡысҡырыш булманы. Дөрөҫөн генә әйткәндә, ауылдан сығып ҡасыу теләге менән генә кейәүгә сыҡҡан иремдән бик уңдым, ул шул тиклем яҡшы кеше булып сыҡты. Уның мөхәббәте беҙҙең икебеҙгә лә етте. Ғүмер буйы нефть етештереү тармағында шофер булып эшләне. Мине яратып, хөрмәт итеп йәшәне, ғаиләгә ел‑ямғыр тейҙермәне, аҡсаға тилмертмәне, ‑ тип һөйләшеүебеҙҙе дауам итәбеҙ гәзитебеҙ ҡунағы менән.

Ҡырҡ йылдан артыҡ ғүмер иткән тормош иптәше менән Лүзиә өләсәй ике бала тәрбиәләп үҫтерә. Улар тулы белем алһын өсөн, 1970-се йылдар аҙағында Моратшиндар ғаиләһе Октябрьский ҡалаһына күсенеп килә. Үҙ йорт‑ерҙәре менән йәшәй башлағанға ла 45 йыл тулған.

Лүзиә өләсәй янында бөгөн оҙаҡ йылдар дауамында ҡайғыны ла, шатлыҡты ла уртаҡ итеп йәшәгән хәләл ефете, ҡыҙғанысҡа, юҡ инде. Оло йөрәкле ҡатын‑ҡыҙға бала ҡайғыһы ла кисерергә насип була. Был көндән һуң байтаҡ ваҡыт уҙған. Әммә әсе хәсрәттән яраланған әсә йөрәге бер генә көн дә ғәзиз балаһын иҫкә алмайса ҡалмай.
Лүзиә өләсәйҙең ҡыҙы башҡа ҡалала йәшәй, ул һәр ваҡыт әсәһе менән бәйләнештә. «Әле бына ғаиләһе менән баҡса эштәрендә ярҙам итергә ҡайтырға тейеш», ‑ тине ветеран, күҙҙәрен тәҙрәгә төбәп. Килене менән дә аралашып, уртаҡ тел табып йәшәй улар.
Лүзиә өләсәйҙең береһенән‑береһе татлы һәм аҡыллы булған өс ейәне — өс ҡыуанысы бар. Улар барыһы ла юғары белем алған, йәмғиәттә лайыҡлы урындарын тапҡан. Өләсәләре уларға бәхет‑шатлыҡ теләй.

Бөйөк Еңеү байрамы яҡынайған көндәрҙә һуғыш осоро балаһы күңеле менән беҙҙең тыныс тормош хаҡына яу ҡырында ятып ҡалған атаһы Мөхәррәм менән дә аралаша, уға эс серҙәрен аса. Үҙ иңдәренә ныҡ ҡанат ҡуйған баласаҡ һәм йәшлек йылдарына бик йыш ҡына әйләнеп ҡайта...

 

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: