+4 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Туймазыла йәшәүсе ҡатын 25 йәшендә күп балалы әсәй булды

Күп балалы әсәй Элина Фазлетдинова ире менән өс бала тәрбиәләүҙәре һәм ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауҙары хаҡында һөйләне.

Туймазыла йәшәүсе ҡатын 25 йәшендә күп балалы әсәй булды
Туймазыла йәшәүсе ҡатын 25 йәшендә күп балалы әсәй булды

Элина Фазлетдиноваға 28 йәш. Ул күп балалы әсәй һәм эшҡыуар.

 

- Рәмил менән беҙ 12 йыл элек Ҡандра ауылында, мин өләсәйемдә ҡунаҡта булғанда таныштыҡ, – тип һөйләй Элина. - Ул саҡта миңә 16 йәш, уға 21 йәш ине. Ул нефть колледжында уҡый ине. Эт менән йөрөргә сыҡтым, ул мине күреп, өйгә тиклем оҙатырға тәҡдим итте. Хәҙер ҙә хәтеремдә, Рәмил беренсе осрашыуында мин уның ҡатыны буласағымды әйтте. Шулай килеп сыҡты ла.

 

Мәктәптән һуң Элина медицина колледжына уҡырға инә. Диплом алғандан туй яһайҙар. Туйҙан һуң бер-бер артлы өс балалары тыуа. Хәҙер Миланға - ете, Саматаға – биш, Миранға өс йәш.

 

– Мин ғаиләлә берҙән-бер бала, - тип һөйләй Элина. - Моғайын, шуға күрә һәр ваҡыт күп бала табырға хыялланғанмындыр. Рәмилдең ҡустыһы һәм һеңлеһе бар, ул да ҙур ғаилә ҡорорға теләгән.

 

Эйе, беҙ ҡыҙыу ритмда йәшәйбеҙ - балалар баҡсаһы, мәктәп, эш. Шулай ҙа мин үҙ эшемде, мәҫәлән, керпек үҫтереү менән шөғөлләнергә хыялландым. Ирем ҡаршы булмай, хатта башланғыс капитал сифатында аҡса бүлә.

 

Мин профессиональ оҫтаға уҡырға барҙым, сертификат алдым, бина таптым, кредит алдым һәм кәрәкле ҡорамалдар һәм материалдар һатып алдым. Бер йыл самаһы клиенттар базаһын тупланым. Хәҙер миңә күп кеше яҙыла. Миңә хатта Өфөнән Һәм Татарстандан клиенттар килә.

 

Һәр иртә ире Элинаны эшкә, ә балаларын балалар баҡсаһына һәм мәктәпкә алып китә. Дәрестәрҙән һуң Элина Милананы мәктәптән ала. Һуңынан улар бергәләп малайҙарҙы балалар баҡсаһынан алып ҡайтып, киске аш әҙерләйҙәр.

- Ирем бик ышаныслы кеше, балаларым өсөн иң яҡшы атай. Беҙҙең уртаҡ хыялыбыҙ бар - йорт һалыу.

 

Хәҙер Фазлетдиновтар ҡуртымға алынған фатирҙа йәшәй. Әсәлек капиталынан тыш, ипотеканы ҡаплауға 450 мең һум күләмендә субсидия менән файҙаланырға мөмкин, ә өсөнсө балаһы тыуғас та ғаилә ер участкаһы алыуға сиратҡа баҫа.

 

- Беҙ ҡыйын йәшәмәйбеҙ, икебеҙ ҙә эшләйбеҙ, дәүләт тә ярҙам итә. Өс балаға айлыҡ пособие айына 40 мең һум самаһы тәшкил итә. Әлбиттә, күп сығымдар талап ителә. Балалар кейем һәм аяҡ кейеменән тиҙ үҫә, уйынсыҡтар, китаптар кәрәк – беҙ бының өсөн аҡса йәлләмәйбеҙ.

 

 

Туймазыла йәшәүсе ҡатын 25 йәшендә күп балалы әсәй булды
Туймазыла йәшәүсе ҡатын 25 йәшендә күп балалы әсәй булды
Туймазыла йәшәүсе ҡатын 25 йәшендә күп балалы әсәй булды
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: