+4 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
9 мая - День Победы
25 Ғинуар , 12:54

Туймазы районы хакимиәте башлығы блокадалы Ленинградта йәшәүсе ҡатынға награда тапшырҙы

Был хаҡта ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.

Туймазы районы хакимиәте башлығы блокадалы Ленинградта йәшәүсе ҡатынға награда тапшырҙы
Туймазы районы хакимиәте башлығы блокадалы Ленинградта йәшәүсе ҡатынға награда тапшырҙы

Бөгөн Туймазы районы хакимиәте башлығы Айҙар Суфиянов Санкт-Петербург хөкүмәте исеменән Туймазынан Валентина Арефьеваға «Ленинградты фашист блокадаһынан тулыһынса азат итеүҙең 80 йыллығы хөрмәтенә» почет билдәһен тапшырҙы. Валентина Николаевна Туймазыла блокадалы Ленинградта йәшәгән берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ, ирекмән.

Айҙар Суфиянов уға һаулыҡ, оҙон ғүмер  теләне.

Ленинградты фашист блокадаһынан тулыһынса азат итеүҙең 80 йыллығы 2024 йылдың 27 ғинуарында билдәләнә. Ошо сара хөрмәтенә почет билдәһе Санкт-Петербург хөкүмәте инициативаһы буйынса раҫлана. Уны алыу хоҡуғына «Блокадалы Ленинградта йәшәүсе» билдәһе менән бүләкләнгән кешеләр эйә.

Туймазы районы хакимиәте башлығы блокадалы Ленинградта йәшәүсе ҡатынға награда тапшырҙы
Туймазы районы хакимиәте башлығы блокадалы Ленинградта йәшәүсе ҡатынға награда тапшырҙы
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: