+4 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
9 мая - День Победы
26 Декабрь 2023, 09:58

Туймазыла ирҙе сит кешенең картаһы менән тауар һатып алған өсөн хөкөм иттеләр

Зыян биш мең һум самаһы тәшкил иткән.

Туймазыла ирҙе сит кешенең картаһы менән тауар һатып алған өсөн хөкөм иттеләр
Туймазыла ирҙе сит кешенең картаһы менән тауар һатып алған өсөн хөкөм иттеләр

50 йәшлек Туймазыла йәшәүсе ир көҙөн тротуарҙа банк картаһын тапҡан. Ир уны таба, әммә хужаһына кире ҡайтарырға тырышыу урынына, тауар һатып алырға ҡарар итә.

 

Беренсе магазинда уҡ карта менән махсус код индермәйенсә түләргә мөмкин булыуы асыҡлана. Ир бер магазин менән генә сикләнмәй, тағы ла икәүһенә бара. Ул бөтәһе 4732 һум тотона.

 

Әммә ул язаһыҙ ҡала алмай. Картаһын юғалтҡан ҡатынға сығымдар тураһында хәбәрҙәр килә башлағас, ул шунда уҡ барыһын да аңлай һәм полицияға мөрәжәғәт итә.

 

Хоҡуҡ һаҡлаусылар ирҙе видеокүҙәтеү камералары аша еңел асыҡлай. Туймазы район-ара прокуратураһы эште судҡа ебәрҙе.

Туймазыла ирҙе сит кешенең картаһы менән тауар һатып алған өсөн хөкөм иттеләр
Туймазыла ирҙе сит кешенең картаһы менән тауар һатып алған өсөн хөкөм иттеләр
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: