+4 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
9 мая - День Победы
1 Ноябрь 2023, 10:05

Туймазыла ломбардты талағандар

Ике йәш Туймазы егете тыуған көнөн билдәләй. Ә спиртлы эсемлектәр бөткәс, талауға тотоналар.  

Объект сифатында яҡын-тирәләге ломбардты һайларға ҡарар ителә. Ишектәрҙе ватып, 100 мең һумдан ашыу суммаға сейф, ноутбук, телефон, ювелир изделиелар алып сығалар.

 

Шуныһы иғтибарға лайыҡ, енәйәтселәр аҡсаны тотоноп бөтә, ә урланған техниканы һәм биҙәүестәрҙе икенсе көндө икенсе ломбардҡа алып баралар.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: