+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
9 мая - День Победы
6 Декабрь 2022, 16:51

Туймазы районы башлығы мәктәп ашханаларында булды

  Был хаҡта Айҙар Суфиянов социаль селтәрҙә һөйләне.

«Бөгөн мәғариф идаралығы етәксеһе Ольга Чернова менән Туймазы ҡалаһының 2-се һәм 4-се мәктәбе ашханаһында булдыҡ. Иҫкәртеүһеҙ килеп, туҡланыу блогының торошон, туҡланыу сифатын, кәрәкле документтарҙың булыу-булмауын тикшерҙек. Шунда уҡ әйтәм – тәмле ашаталар – үҙебеҙ ашап ҡараныҡ», - тип яҙҙы ул «Бәйләнештә» селтәрендә. Район башлығы әйтеүенсә, мәктәп ашханаларындағы төп проблема - ул уларҙың ҙур булмауы.

«Иҫке проекттар, күп бала һыйҙырып булмай. Уҡыусылар күп, бер нисә сменала әҙерләргә тура килә. Бынан тыш, технологик ҡорамалдар иҫкергән, биналарҙы һәм елләтеү системаһын ремонтлау талап ителә. Ашхана һауыт-һабаһын алмаштырыу тураһында ла уйларға кәрәк. Мәсьәләләр бар, уларҙы этаплап хәл итербеҙ», - тине ул.

Мәктәптәрҙә ҡайнар ашты «Дөйөм туҡланыу» акционерҙар йәмғиәте ойоштора. Балаларҙы йәлеп итеү - 82 процент, башланғыс кластарҙа 100 процент тәшкил итә.

Уҙған аҙнала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ЦУР-ҙа хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республиканың ҡала һәм район хакимиәттәре етәкселәренә мәктәп ашханаларын тикшерергә ҡушты.

«Халыҡ беҙҙе мәктәптә туҡланыу системаһы өсөн тәнҡитләй. Һәр муниципалитет башлығынан үҙ мәктәптәре буйлап үтеүен һорайым. Унда хәлдәр нисек, зинһар өсөн, ҡарағыҙ әле. Ата-әсәләр берләшмәләре, балалар менән аралашығыҙ. Ашханала бала ашағандан һуң буш тәрилкәләр ҡаламы әллә тулымы? - тип билдәләне Хәбиров.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыраҡ районыбыҙ мәктәптәрендә һәм балалар баҡсаларында Сәләмәт туҡланыу аҙналығы үтте, уның сиктәрендә ата-әсәләр өсөн Асыҡ ишектәр көнө ойошторолдо.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: