-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
9 мая - День Победы
2 Декабрь 2022, 12:51

Туймазынан беренсе класс уҡыусыһы һыуҙа һүрәт төшөрөү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрә

Ете йәшлек Ралина Харисова эбру техникаһын үҙләштергән һәм ошо тема буйынса ғилми эш яҙа.

«Һыуҙа һүрәт төшөрөү мөмкинме һуң?» - тип бышылданы 7-се мәктәптең 1 «В» класы уҡыусылары, Ралина ҡул аҫтындағы материалдарҙы әҙерләгән арала. Ул һыу һалынған һауытҡа ҡуйыртҡыс ҡойҙо ла һыу өҫтөндә генә һүрәт төшөрә башланы. Ул ышаныслы хәрәкәттәр менән шыршы, сәскә эшләне, бер аҙҙан картинала йондоҙҙар ҡабынды...

Беренсе класҡа барасаҡ уҡыусылар йәш оҫтаның һүрәтте һыуҙан ҡағыҙға күсереүен күҙәтте.

- Ралина йырлай, бейей, шахмат уйнай, һүрәт төшөрөргә ярата. Бер тапҡыр класс етәксеһе Марина Ғимаева уға эбру * техникаһын үҙләштерергә тәҡдим итте. Ҡыҙым был идея менән янып киткән, - тип һөйләй уның әсәһе Рузилә Камил ҡыҙы.

- Туймазыла был техниканы белгән белгестәрҙе тапманыҡ. Өфөгә, Нестеров музейына уҡырға ебәрбем.

Йәш рәссам иң яҡшы эштәрҙе футболкаға күсерергә тырыша. Һәм техниканы камиллаштыра, мәҫәлән, Ралина һыуҙа вағыраҡ деталдәр төшөрөргә өйрәнә.

*Техника эбру - һыу өҫтөндә һүрәт төшөрөү, артабан уны ҡағыҙға йәки икенсе ҡаты әйбергәгә күсереү.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: