+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
9 мая - День Победы
27 Сентябрь 2022, 17:07

Туймазынан пенсионер «Урал Барыҫы» туристик маршрутын үтте

Юлдың оҙонлоғо 150-180 саҡрым тәшкил итте.

Беренсе этапты Гөлфирә Диева былтыр йәй уҙғайны. Ә бына икенсе этаптың шарттары буйынса маршрутты ваҡларға ярамай. Ете тауҙы – шул иҫәптән Ирәмәл тауҙарын - туғыҙ көн эсендә еңеп сығырға кәрәк ине. Юлдың оҙонлоғо 150-180 саҡрым тәшкил итте, унда туристар йәйәү йөрөнө! - Әлбиттә, беренсе этап еңелерәк булды: бер тауҙың башына менеп, өйөңә ҡайтып ял итеп, һуңынан икенсе тауға менергә мөмкин ине, - ти Гөлфирә Зәки ҡыҙы. - Икенсе этап ҡатмарлыраҡ. Әммә ул мауыҡтырғыс квесты хәтерләтә ине: юлда пейзаждар алмашынды, тыныс ямғырҙарҙан һуң көслө елдәр башланды. Ә тауҙарға күтәрелеүе күңеллерәк булһын өсөн... йырлай торғайным.
Беҙҙең маршрут июнгә планлаштырылғайны. Ә был ай, иҫегеҙҙә төшөрөгөҙ, бик ямғырлы булды. Тәүге ике көн, ғәҙәттә, иң ауыры. Беренсенән, организм йөрөү режимына инмәгән әле. Икенсенән, рюкзактарҙа ризыҡтар күп. Өҫтәүенә, 90 литрлыҡ рюкзагым бар ине, унда мин палатка һалдым. Походта бөтәһе лә тигеҙ. Ләкин егеттәр яҙам итте. Күпме сәйәхәт итһәм дә, төркөмдә улар һәр ваҡыт алсаҡ һәм ярҙамсыл булды.
Ямғырҙар бер туҡтауһыҙ яуҙы. Беҙ әйберҙәрҙе усаҡ йылыһында киптерергә тырыштыҡ. Һыу тулған ятҡан аяҡ кейеменә күнегеп ойоҡбашҡа полиэтилен тоҡ кейеп тә ҡараныҡ. Ләкин был да ярҙам итмәне - поход ваҡытында ҡапсыҡ тиҙ йыртыла, - тип дауам итә Диева. -  Өммә был ваҡытҡа организм ҡатмарлыҡтарға яраҡлашҡан да инде. Бер ваҡыт йәшен аҫтына эләктек. Күк күкрәй, йәшендәр ата, һәм был тәбиғи катаклизмдан бер ҡайҙа ла йәшенеп булмай. Дөрөҫ, егеттәр тент һуҙырға өлгөрҙө, әммә беҙ барыбер еүешләндек. Был бик ҡурҡыныс булды. Эргәлә йәштәр күңелле тауыштары... Ҡурҡыу тойғоһо тиҙ юҡҡа сыҡты.
Уҡыусылар, сәйәхәтсенең йәшен белгәс, моғайын, уйлағандыр: хаҡлы ялда ваҡыт күп, ниңә тауҙар буйлап йөрөмәҫкә? Һәм хаталанасаҡтар. Гөлфирә Зәки ҡыҙы әле һаман «СОЗАиТ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә эшләй. Уның хеҙмәт стажы - 47 йыл, шуның 42 йылын механик йыйыу һәм электр монтажлау эштәре цехында эшләй. Шуға күрә ял көндәрендә йәки отпускыла ғына тауҙарға китә.
- Тауҙар һәм походтар - йәштәр өлөшө, тип уйларға ярамай. Ошондай сәйәхәттәр ваҡытында тиҫтерҙәремде лә, йәш балалы ғаиләләрҙе лә осратам. Балаларҙың тәбиғәтте яратырға, көсһөҙҙәргә ярҙам итергә һәм өлкәндәрҙе хөрмәт итергә өйрәнеүен күрәм, - ти ҡыйыу ханым. - Өйҙәге йәмлек менән генә ләззәтләнә алмайым. Сөнки ҡайҙалыр мине йондоҙло күктең матурлығы һәм ябай тау сәскәләре, күлдәр һәм матур таңдар һәм ҡояш байыуы көтә. Барыһы ла килеп сыҡһа, икенсе тапҡыр Араратҡа юлланасаҡмын. Маршрутты ойоштороусыларға шылтыраттым да инде.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: