+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

“УСТАРЫМА АЛЫП ИЗГЕ ХАТТЫ, ҠАТ-ҠАТ УҠЫП, ОҘАҠ УЙЛАНДЫМ...”

“Һағыныслы хат башы. Һаумы, ҡәҙерле әнейем һәм туғандарым!  Һеҙки туған илдә йәшәүсе ҡәҙерле әни, беҙки армия сафында хеҙмәт итеп ятыусы  улығыҙ  Әҡсәндән бер күреп һөйләшергә зар булған сәләмдәремде оҙатып ҡалам.” Ошондай юлдар менән башланып китә олатайымдың  фронттан яҙған хаттары...

Минең олатайым  -  Зәкиров Әҡсән Шакир улы 1941 йылдың өсөнсө июлендә Илсембәт ауылынан һуғышҡа алына,  240-сы уҡсы  полкында   хеҙмәт итә. “Халыҡ хәтере” (“Память народа”) сайтынан  күреүебеҙсә,  уның яу юлы Гомель ҡалаһында  башлана.  Артабан ул  Смоленск, Днепропетровск, Днепродзержинск, Краснополье, Винница ҡалаларын,  шул тирәләге өлкәләрҙе фашистарҙан  азат  итеүҙә ҡатнаша. Ябай рядовойҙан кесе сержантҡа тиклем күтәрелә. Уның һуңғы хаты Ровно ҡалаһынан  килә. Волынск өлкәһендә һәләк була.

Әҡсән олатайым хаттары.... Был яҙмалар миндә әллә күпме төрлө хистәр тыуҙыра. Беҙҙең арала бит 75 йылдан артыҡ ваҡыт ята.  Олатай киләсәктә был  хаттарҙы туғандары уҡырын уйланымы икән. Шулай ҙа Бөйөк Ватан һуғышында көрәшкән саҡта,  алтмыш, етмеш, һикһән  йылдан һуң  кешеләрҙең азат ерҙә йәшәрен, минең кеүек йәштәр, ҡатындар, ир-аттар Зәкировтар  нәҫелен  дауам итерен тойғандыр, аңлағандыр, шуның өсөн дә әллә күпме ут-һыу кискән,  Енеүгә үҙ өлөшөн  индергән.  Фронт юлында  ниндәй генә ауырлыҡтар кисереп йөрөһә лә,  хаттар аша өләсәйем, туғандары, ауылдаштары, күрше-күләне тураһында хәстәрлек күргән, хәлдәрен белешеп торған. Исемдәрен теҙеп яҙған сағында, моғайын, күңеленән ауылдаштарын,  иптәштәрен, йәмле Ыҡ буйындағы  күңелле саҡтарҙы уйлағандыр, ошо осрашыуҙар тағын булырына ышанғандыр. Хаттар, әйтерһең,  уның өсөн өмөт,  хыял һәм еңеүгә ышаныс биргән.  Һуғыш юлы ауыр бит инде ул.  Шулай ҙа ул ауырлыҡтар хаҡында бер-нисә һүҙ, йәки 1-2 һөйләм менән генә әйтеп үтә. Өләсәйем  күңелен уйлағандыр, һуғыш афәттәрен, бәлки, артыҡ яҙырға  ла ярамағандыр. Беҙҙең өләсәйебеҙ — Зәкирова Нәфисә  был хаттарҙы  нисә  уҡып, нисә ҡыуанып, нисә йыуанғандыр, өмөтләнгәндер. Көс тә, ҡеүәт тә, дәрт тә өҫтәлгәндер.  "Иҫән!" тигән уй менән колхоз эшендә янып эшләгәндер ҙә ҡайтып өй эштәрен башҡарғандыр, балаларын  ҡарағандыр. Мин олатайҙың фотоһын  күргәнем юҡ, шулай ҙа  ошо хаттарҙы уҡып, уның  атайы менән  әсәйенең аҡыллы, тоғро, нескә күңелле улы булыуын, хәстәрлекле ағай, туған икәнен белдем.  Был ҡәҙерле хаттар Әҡсән олатайыбыҙҙың ҡулдары  йылыһын тойған,  өләсәй һәм туғандарҙың  ҡыуаныслы уҡыуын ишеткән, ҡулдан-ҡулға йөрөгән,  унда күпме шатлыҡлы һәм ҡайғылы күҙ йәштәре тамған... Шуға күрә лә улар -  беҙгә, уның туғандарына,  һуғыш тураһында иҫтәлектәрҙең иң ҡәҙерлеһе.

         Әҡсән олатай уҡымышлы кеше булған, тел һәм әҙәбиәтте яҡшы белгән тигән фекер тыуа. Ул  яҙмаларында  кириллица, латиница ҡайһы саҡ ғәрәп графикаһын ҡулланған.  Каллиграфияны яҡшы белгән,  хәрефтәре матур, тигеҙ  итеп яҙылған. Хистәрен шиғри юлдар аша ла  еткергән:

“Әсәкәйем, һағынһағыҙ,

Тәҙ(е)рәнән ҡарағыҙ.

Ҡояш байышында булыр,

Һеҙҙең ғәзиз балағыҙ.”

Шулай итеп, олатайыбыҙ  Зәкиров Әҡсәндең  егерменән артыҡ хатын ғаиләбеҙ менән ҡәҙерләп һаҡлайбыҙ. Уның яҙмалары  беҙгә һуғыш ауырлығы, ҡайғы-шатлыҡтары хаҡында  һөйләй, йылдар аша  һуғыш ауазы булып яңғырай. Был өсмөйөшлө хаттар - Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған  Әҡсән олатайымдың беҙгә ҡалдырған  изге  аманаты.

 

Зәкирова Алсу, Туймазы педагогия колледжы студенты.

 

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: