+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Иҫтә ҡалғандарҙан...

     Һуғыш. Был ҡот осорлоҡ һүҙ бөтә донъялағы кешеләрҙе тетрәндерҙе.   Һуғыш осоро балаларына, беҙҙең бала сағыбыҙға бик ауырға тура килде. Атайҙарыбыҙ һуғышта, әсәйҙәребеҙ бер ҡараңғынан икенсе ҡараңғыға тиклем эшләйҙәр.   Беҙ өйҙә, көн буйы аслы-туҡлы тигәндәй, торабыҙ. Әсәйҙәребеҙҙең  эштән ҡайтыуын һағынышып көтөп алабыҙ.

Һуғыш  ҡайҙалыр бик йыраҡта  булһа ла, уның һөрөмө беҙҙең ауылда ла һиҙелә ине. Атайым яҡлап олатайым менән нәнәйемдәргә эвакуацияланған бер йәһүд  ғаиләһен урынлаштырғандар.  Бабай, әбей һәм үҫеп кенә килгән ике ейәнсәрҙәре булған.  Олатайым оло булғанлыҡтан һуғышҡа алынмаған. Күсеп килгән кешеләрҙе кемдең өйө ҙурыраҡ, мөмкинлек бар, шунда урынлаштырғандар.  Беҙ һеҙгә ошо ғаиләне керетәйек әле, тип һорап тормағандар, сөнки тәртибе, заманы шундай булған. Бер кем дә ҡаршылашып тормаған.

  Минең күңелемдә ошо осорҙағы хәлдәрҙең ҡайһы береһе төш кеңек кенә хәтерҙә ҡалған.  Әсәйем ошо йортҡа килен булып төшкәнлектән, унда йыш бара ине. Әсәйемә эйәреп апайым менән мин дә нәнәйемдәргә барабыҙ. Өйгә кермәйбеҙ, тыш яҡтан өй буйына һөйәлеп, теге ике ҡыҙҙы күҙәтәбеҙ.  Уларҙың ҡыҫҡа итеп киҫелгән сәстәренә, ҡыҫҡа еңле өйөрөлөп торған күлдәктәренә, аятарындағы матур носкиҙәренә, күңелгә иң оҡшағаны – арҡыры итеп төймәле эләктерелгән сандалиҙәренә ҡыҙығабыҙ. Беҙ уларҙың кейемдәренең матурлығына һоҡланып ҡарап торһаҡ, улар беҙгә аптырап ҡарайҙар. Беҙҙең өҫтә тураға оҙон итеп тегелгән төнөн дә, көндөҙ ҙә кейеп йөрөгән күлдәк, артҡа ҡайырып бәйләнгән оло яулыҡ, яланҡас яҡтарыбыҙ, аяҡ йөҙҙәре ярылып бөткән. .. Йәһүд бабай таҙа, оҙон һаҡаллы, әбейе бәләкәйерәк булып хәтеремдә ҡалған.  Улар “урындағы оло кешеләр” булғандарҙыр, сәй, шәкәр, ярма, һабын кеүек  запас әйберҙәре бар ине. улар бер ваҡытта ла ҡысҡырып һөйләшмәнеләр, шым ғына һөйләшә торғайнылар. Бер ваҡытта ла йылмайып көлгәндәре бклманы, тип хәтерләй ине әсәйем.

    Бер  көндө әсәйем иртән иртүк өндәшкәнгә уяндыҡ. “Ҡыҙҙар, тороғоҙ, олатайыңдарҙағы йәһүд бабайҙар ҡайтып китәләр!”- тине ул беҙҙе ашыҡтырып. Брарһаҡ, күрше-тирәләр барыһы ла уларҙы оҙатырға килгәндәр. Теге ике матур ҡыҙ бричкала ултыралар ине. Бабай менән әбей  олатайым менән нәнәйемде ҡосаҡлап үбәләр, илайҙар, рәхмәттәрен әйтәләр, үҙҙәре тағы көләләр.  Улар киткәс кенә әсәйемдән ниңә илайҙар улар, тип һорағас: “ Балаҡайҙарым, улар һөйөнөстәренән илайҙар, үҙҙәренең Тыуған илдәренә ҡайтырға рөхсәт килгән,”- тине.  Үҙем күңелемдән генә уйлайым -  һөйөнөстән дә илайҙармы икән ни?!

  Тағы ла шундай бер ғаиләне Әҙелгәрәев Ғайнулла бабайҙарға урынлаштырғандар. Олатайымдарҙағы йәһүд бабайы улар янына барып йөрөгәне хәтеремдә.  Шулай бер ваҡыт йәһүд бабай Ғайнулла бабайҙарға китеп барғанда, апайым юлда осраған, бабай менән  нисек матур итеп иҫәнләшергә тип уйлаған да:  “Здравствуй, еврейский!”- тигән.  Теге бабай апайымды баҫтырып алып киткән. Шунан һуң апайым әллә күпме олатайымдарға бармай йөрөнө.  Әсәйем беҙгә аңлатты, улар әллә ни эшләп еврей тигән һүҙҙән ҡурҡалар, тине.

   Ғайнулла бабайҙарҙа ла урыҫ ббабайын, әбейен, йәш кенә килендәрен урынлаштырғандар.  Уларға кереп йөрөмәгәс, береһен дә белмәйем.  Иллә – мәгәр теге йәш килендәре әсәйемдәр менән бергә утауға йөрөгәндә   беҙгә кергәс, мине ҡосаҡлап-ҡосаҡлап илай торғайны. Ул ваҡытта ниңә илағанын мин бер ҙә белмәнем.  Һуңынан әсәйем һөйләүе буйынса ғына бының сәбәбен аңланым.  Ҡарттарҙы,  балаларҙы эвакуациялап, тыныс яҡҡа сығарырға тигән бойроҡ булған. Теге ҡатын әйберҙәрен төйнәп, өс йәшлек ҡыҙын кейендереп ултыртып ҡуйған. Әйберҙәрен сығарып һалып бөтөүгә, машина шоферына шул минутта уҡ ҡуҙғалырға, һауала -  немец самолеттары, ҡайҙалыр барып етеп йәшеренергә, тигән приказ булған.  Машина шул минутта уҡ ҡуҙғалған, теге ҡатындың өс йәшлек ҡыҙы кейенгән көйө бүлмәһендә тороп ҡалған.  Ошо тетрәндергес хәл һаман да минең күңелемә тынғы бирмәй.

  Һуғыш тигән һүҙҙе ишетергә лә, уны күрергә лә яҙмаһын. Балаларыбыҙ, ейән-ейәнсәрҙәбеҙ  атай-әсәй хәстәрен күреп, матур итеп йәшәргә яҙһын. Донъялар тыныс, күк йөҙө аяҙ булһын. Бөтә кешелек сәләмәт, бәхетле булһын.

Рәйсә Яҡупова

Ҡаңны-Төркәй ауылы

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: