+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Республиканың меңләгән кешеһе «Шайморатов генерал» йырын башҡара

Легендар генерал Миңлеғәле Шайморатовтың исеме халыҡ менән айырылғыһыҙ бәйләнгән. Башҡортостанда Заһир Исмәғилевтың Ҡадир Даяндың шиғырына яҙған «Шайморатов генерал» йыры күптән халыҡтыҡына әүерелгән.

 Уны Башҡортостанда, Тыуған илебеҙҙең бөтә мөйөштәрендә йырлайҙар. Быйыл «Шайморатов генерал» йырына 80 йыл тула.

Республика халыҡ ижады үҙәге «Хәтер ере» республика марафоны барышындағы «Шайморатов генерал» илһөйәрлек акцияһында ҡатнашырға саҡыра.

9 майҙа республиканың төрлө мөйөштәрендә ҡатнашыусылар бер үк ваҡытта «Шайморатов генерал» йырын башҡара.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: