+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Туймазыла Еңеү ирекмәндәре Георгий таҫмаларын тарата

Хәрби дан символын туймазылар юридик колледждың «Еңеү ирекмәндәре» бөтә Рәсәй йәмәғәт хәрәкәте бүлексәһе активистарынан алды.

Волонтерҙар эмблемаһы төшөрөлгән футболкаларҙа студенттарҙы Ленин проспектында ла, үҙәк паркта ла күрергә мөмкин ине. Бөгөн улар 350-гә яҡын таҫма таратты. Кисә «Лидер» йәштәр үҙәге ирекмәндәре Еңеү көнө символын тапшырыу буйынса акцияны башланы. Улар ҡала һәм район халҡына 300-ҙән ашыу таҫма таратты. 9 майҙа «Лидер» ирекмәндәре Ҡайғылы әсә һәйкәле янында һәм Геройҙар аллеяһында акцияны дауам итә.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: