+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Туймазы районы башлығы фронтовиктарға бүләктәр тапшырҙы

Бөгөн туймазыларҙың - Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың һәм тыл эшсәндәренең йорттары янында йәнләнеү күҙәтелде. Уларға бүләктәр менән Туймазы районы хакимиәте башлығы Айҙар Суфиянов килде.

Тәүгеләрҙән булып ул 99 йәшлек фронтовик, Сталинград һуғышында ҡатнашҡан Рәис Гәрәевҡа килә.

- 1942 йылда мине армияға саҡырҙылар һәм мин пулемет расчеты командирына уҡыу йортона ебәрҙеләр, - тип хәтерләй ветеран. - Һуңынан беҙ Сталинград эргәһенә килеп еттек. Һуғыштарҙың береһендә контузияландым, һәм мин госпиталгә эләктем. Унан сыҡҡас, подразделениебыҙға ҡайттым һәм дошманды Германияға тиклем ҡыуып ебәрҙек. Еңеү тураһындағы хәбәрҙе Көнсығыш Пруссияла ҡаршы алдым.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: