+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
9 мая - День Победы
29 Апрель 2022, 16:42

Туймазылар “Ер хәтере” республика марафонына ҡушылды

9 Майҙа Өфөнөң Совет майҙанында республикабыҙҙың бөтә район һәм ҡалаларынан йыйылған тупраҡлы гильзаны легендар генералыбыҙ, 112-се Башҡорт атлы дивизияһы командиры, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың һәйкәле нигеҙенә һалып ҡалдырыу акцияһы планлаштырылған. Унда Туймазы ере лә буласаҡ.

Ҡандракүл ауылындағы “Ырыуҙар ташы” янында бөгөн республика марафоны сиктәрендә матур һәм күркәм сара уҙҙы. Бында бөйөк батырыбыҙ Шаймортов һәйкәленә ғәзиз тупраҡ алыу тантанаһы үтте.

Һалдат каскаһына Ҡандракүл еренең ҡара тупрағын тултырыу тантанаһына тыл хеҙмәтсәндәре, район ойошмалары һәм хакимиәте вәкилдәре, уҡыусылар, ауыл халҡы йыйылды. Был мәртәбәле сараны район хакимиәте башлығы урынбаҫары Сергей Подоприхин  асты.

Ғәзиз тупраҡ алыу хоҡуғы запастағы прапорщик, Туймазы районының "Серпантин" хәрби хәрәкәттәр ветерандарының урындағы йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, Афған һуғышы ветераны, Чернобыль атом электростанцияһындағы аварияны бөтөрөүҙә ҡатнашҡан инвалид Биккинин Василий Степановичҡа бирелде.

Бер минут тын ҡалып яуҙа һәләк булғандарҙы иҫкә алғандан һуң, сарала ҡатнашыусылар “Шайморатов генерал” йырын башҡарҙы.

5 майҙа марафон Туймазы ҡалаһында дауам итәсәк, унда Октябрьский, Шаран, Баҡалы, Дүртөйлө, Илеш, Саҡмағош, шулай уҡ Туймазы райондарынан йыйылған тупраҡлы гильзаларҙы рәсми делегацияға - республика марафонының атлы төркөмөнә тапшырыласаҡ. Аттар төркөмө беҙгә Әлшәй районынан килә һәм артабан Яңауыл районына юл тотасаҡ.

 

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: