+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
9 мая - День Победы
29 Апрель 2022, 15:50

Туймазыла яҡташыбыҙ иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылды

Ленин проспектындағы 15-се йорт стенаһында Әкрәм Дауытов иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылды. Был йортта Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, шағир, композитор, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре һуңғы 17 йыл йәшәгән.

Яҡташыбыҙҙың хәтерен мәңгеләштереү башланғысы менән райондың почетлы гражданы Әдүнәс Фазуллин сығыш яһаһаһа, мемориаль таҡтаташ әҙерләү буйынса сығымдарҙы урындағы ветерандар советы һәм райондың почетлы гражданы Фәнир Ғәлимов үҙ өҫтөнә алған.

Тантаналы сарала район хакимиәте вәкилдәре, йәмәғәтселек, туғандары һәм уны шәхсән белгән кешеләр ҡатнашты. 1994 йылда халыҡ композиторының тыуыуына 80 йыл тулыу айҡанлы уның тыуған ауылы Йәрмөхәмәттә урамдарҙың береһе Әкрәм Дауытов урамы тип үҙгәртелә.

Композитор үҙе васыят иткәнсә, Ҡандра ауылында ерләнгән.

 

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: