+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
9 мая - День Победы
29 Апрель 2022, 17:09

Туймазыла 1500 уҡыусы «Еңеү көнө» йырын башҡарҙы

Туймазы ҡалаһының 4-се мәктәбендә Еңеү көнөн байрам итеүгә арналған йыр флешмобы ойошторолдо.

Сарала 2-11 кластарҙан 1500-ҙән ашыу уҡыусы ҡатнашты.

Мәктәп алдындағы майҙанда Еңеү макеты ҡуйылды. Уның тирәләй 100 метрлыҡ Георгий таҫмаһын һуҙҙылар, тигеҙ сафта уҡыусылар теҙелеп баҫты.

Концертта улар Давид Тухманов һәм Владимир Харитоновтың билдәле «Еңеү көнө» йырын күмәкләп башҡарҙы.

Квадракоптерға флешмобты мәктәпте тамамлаусы Руслан Ғирфанов төшөрҙө.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: