+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
9 мая - День Победы
20 Апрель 2022, 16:40

Туймазыла хәрби форма күргәҙмәһе эшләй

Башҡортостандың хәрби һәм хеҙмәт даны музейында урынлашҡан коллекцияның ҡиммәте шунда: бөтә экспонаттар ҙа тиерлек ысын. Күргәҙмәлә һалдат һәм офицерҙарҙың кейемдәре ҡуйылған.

Ошонда уҡ милиция хеҙмәткәрҙәре мундирҙары урынлаштырылған.

Күргәҙмә экспонаттарының бер өлөшө - Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе, бер өлөшө Хәтмулла Солтанов исемендәге эҙәрмәндәр берекмәһе, хәрби хәрәкәттәр һәм локаль һуғыштар ветерандары, һәләк булғандарҙың туғандары биргән.

 - Традицион рәүештә хәрби форма парад һәм көндәлек формаларына бүленә. Уларҙың һәр береһе - йәйге һәм ҡышҡы формаға бүленә, - тип һөйләй музей етәксеһе Юрий Бирюзов. - Ул ғәскәр төрөнә ҡарап айырыла. Бына улар: береттар, кепкалар, фуражкалар.

Хатта «дембель» формаһы тип аталғанбер нисә экземпляр ҙа бар. Ул ваҡытта материалдар менән ҡыйын ине, «дембель» кейемен биҙәр өсөн, һалдаттар төрлө әйберҙәр ҡулланған. Мәҫәлән, кер бауынан улар аксельбанттар яһаған, дембель альбомы тышлығына бәрхәт пәрҙәләр ҡулланған, гильзаларҙан һәм иҫәптән сығарылған автозапчастарҙан шеврондар эшләгән.

Күргәҙмә май аҙағына тиклем эшләй.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: