+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
9 мая - День Победы
14 Апрель 2022, 15:31

Түҙгәс түҙә икән Кеше!

Өләсәйем 1917  йылдың 24 февралендә Туймазы  районы  Йәрмөхәмәт ауылында  тыуа, 2017 йылдың 7 сентябрендә үҙ аҡылында тыныс ҡына яҡты донъя менән хушлаша. Тотош бер ғасыр! Был дәүерҙә нимәләр генә күрмәгән,  нимәләр генә кисермәгән өләсәйем! Революция, Граждандар , Фин, Бөйөк Ватан  һуғыштары, репрессия, аслыҡ йылдары... Олатайҙы һуғыштан көтөп алған, 11 балаға  ғүмер биргән,  шуларҙың 9 иҫән- имен үҫеп еткән, һәр береһе  был донъяла үҙ урынын тапҡан, тик ҡайһыларының ғүмере ҡыҫҡа булған,  өләсәй хәсрәткә сорналып,  биш балаһын, ике ейәнен ерләгән... 

Хәсәнова Хәтимә Саҙретдин ҡыҙының ғүмере- оло бер тарих!  Өләсәй менән һөйләшеү үҙе бер ғүмер була торғайны! Йөҙ йәше менән ҡотларға килгәнемдә һуғыш осорон һорашып яҙып алдым. Уның ихтыяр  көсө, түҙемлелеге, тапҡырлығы, балалары өсөн йән аямай, баш етмәҫлек эштәр башҡарыуы миндә һоҡланыу, ғорурлыҡ тойғолары уятты.

Мин өләсәйемдең хәтирәләрен  ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланым.  Ул тотош бер ғасырлыҡ тарихтың шаһиты. 

    “ Фәнүз улымды имеҙеп ултыра инем, ишекте дөбөрләтеп астылар ҙа: “Һуғыш сыҡҡан!”- тип һөрән һалдылар.  Кем  икәнен күрмәй ҙә ҡалдым.  Бәләбәйҙә хәрби училищела белем алған Әхсәнем Фин һуғышында ҡатнашты, унан  ҡайтып, тормошобоҙ көскә яйлана башлағайны.  Ул Ҡандра ҡасабаһында элеватор рәисенең урынбаҫары ине. Үҙенә бронь бирҙеләр, ә 1942 йылдың ҡышында  барыбер  үҙе теләп  китте.  Ат егеп бричкаға ултыртып Ҡандраға илттеләр.  Бер нисә көндән Әхсән: “Иртәгә поезда ауыл аша үтәбеҙ”-тип Туймазынан хәбәр ебәрҙе. Әйтелгән ваҡытта, ике метрлы тәртәгә  беркетелгән бер метрлы бишекле бәләкәй арбаға ике  баламды ултыртып сөйөн юлы буйына киттем. Көтә торғас, әрмистәр тейәлгән поезд күренде.  Тәҙрәгә ҡапланған Әхсәнемде йыраҡтан уҡ таныным, ҡул болғап китте.  Өйгә ҡайтып еткәнсе иланым... 

         Күп тә тормай  уның хаты килде.  Дәүләкәндә казармала икәнен, тиҙҙән һуғышҡа китәсәген белгәс, барып күрге, оҙатаһы килде.  Баҙарға күстәнәс алырға барғас, ирҙәребеҙ бергә киткән Ҡотой һәм Ҡандра ҡатындары менән осрашып һөйләштек тә, бергәләп юлға сығырға булдыҡ. Атай, имсәк бала менән Дәүләкәнгә барырға йыйыныуымды ишеткәс,ҡаршы килде: “Ғинуар һыуығында сабыйыңды харап итерһең, йөрөмә!”- тине. Мин, атай һүҙен тыңламай, киттем. Төндә генә барып төштөк, бер мәрйәгә  фатирға индек.  Миңә, бала менән булғас, йылыға, мейес башына урын һалдылар. Төндә Фәнүрем сарылдап илағанға тороп ҡараһам, бөрсә талап бөткән...  Иртән, баланы ҡарап торорға һөйләшеп, хужаға 25 һум аҡса биреп,  казармаға киттек.  Ике ҡатлы бина, һаҡсылар тора,беҙҙе индермәнеләр. Һалдаттар  былай килә башлағас, йөрәк дарҫлап тибә башланы. Теге ҡатындарҙың ирҙәре ҡосаҡлап алды, минеке күренмәй. Ауылдаштарым Сәбәх менән Шәрип абзый килеп сыҡты, улар Әхсәндең Сараповҡа һалдаттарҙы өйрәтергә ебәрелеүен әйтте.  Беҙ төшкәнбеҙ поездан, улар менгән, шулай итеп, аймылыш булғанбыҙ. Шулай ҡайғырып торғанда, Төпкилде ауылынан Шәмсетдин ағайым килеп сыҡты,  бөтә күстәнәсемде уға бирҙем.Тиҙҙән һалдаттарҙы эшелондарға тейәй башланылар,  килә алған ҡатындарҙың илаған тауышынан тирә – яҡ геүләп торҙо.

     Һуғыш ваҡыты ғүмеремдең иң  әсе ауыр осоро булды.  Көн дә иртүк ике баланы инәкәйҙәргә илтәм.  Үҙем төнгә тиклем колхоз баҫыуында ер ҡаҙам, картуф утайым, көлтә бәйләйем, башҡа күп төрлө эштәрҙе башҡарам.  Балаларҙы өйгә алып ҡайтып йоҡлатам да, төнө буйы, улар туңмаһын, тип, баҫыуҙағы эҫкерттән йолҡоп һалам ташып, мейескә  яғам.  Конюшняла  зүрәтәй Фәррәх Әғлетдин улы эшләй ине, минең интеккәнде күреп: “Хәтимә, һаламдың ни йылыһы булһын инде, төндә ҡурҡмаһаң, анау Мостай атын ек тә утынға бар,ипләп йөрө, күрмәһендәр”-тип кәңәш бирҙе.  Шунан, зүрәтәй өйрәткәнсә,  һары бейәне егеп киттем. Ҡараңғы төндә Оҙон ҡул урманына  көскә барып индем, һыуыҡ, ҡурҡыныс... Балта менән  биш төп юҡа ағасты сабып ауҙарам, урталайға өҙөп санаға тултырам.  Балта тауышы ауылға ишетелмәһә ярар ине тип ҡайғырам, башта 100 төрлө уй ҡайнай... Ҡайтарып бушатҡас атты туғарып конюшняға урынына индереп ҡуям да өйгә йүгерәм. Ҡайһы көндө балалар уянған,  илап ярһып бөткән була...

    Әхсән ныҡ ғәҙел коммунист булды, элеваторҙа эшләһә лә өйгә бер ҡасан да ашлыҡ урлап алып ҡайтманы.  Ул фронтҡа киткәндә бер ус ҡына онобоҙ ҡалғайны. Балаларҙы асҡа тилмертмәҫ өсөн, ҡоймаға тип әҙерләгән таҡталарҙы колхозға биреп, он алдым.  Аҙ – маҙ ғына ҡалған картуфты, һуғанды киптереп фронтҡа ебәрә инек. Үләндән аш бешереп эстек.  Беҙҙең мал – тыуар юҡ ине, ә һөтһөҙ бала үҫтереүе бик ауыр. Тәүҙә инәкәй һөттән өҙмәне, аҙыҡ менән дә ярҙам итте. Нәсимә һеңлем, ире Самат һуғышта үлгәс,   Буҡай ауылына эшкә китте, яңынан кейәүгә сыҡты. Үҙенең һыйырын атайҙарға ҡалдырҙы, миңә лә һөтөн һауып алырға ҡушҡайны. Башта шулай иттем дә, һуңынан төп йортто ҡайғы баҫты. 54 йәшендә бик ҡаты ауырыуҙан атай үлеп китте, Ямалетдин ағайҙы, һуғышҡа киткән еренән , ялған ғәйеп тағып, 10 йылға лагерға яптылар.Былай ҙа уҫал еңгә бөтөнләй йүнһеҙләнде.  Нәсимәнең төп йортта ҡалған балаларын ҡыйырһыта башланы,улар күберәк миндә булды, миңә лә юлды япты.Бер ҙә аптырап ҡалманым, еңгә йоҡлағас, төндә барып һыйырҙы һауып  улдарыма һөт алып ҡайта торғайным.

   Шулай осон - осҡа ялғап йәшәгәндә, Мәскәүҙән эвакуацияланған бер ғаиләне миңә  индерҙеләр.  Колхоз, кәрәсин, он, бәрәңге бирербеҙ, тип вәғәҙә итһә лә, тиҙ онотто. Минең елкәмә аслыҡтан шешенгән, бет баҫҡан тағы өс йән өҫтәлде. Үҙҙәре эш рәте белмәй, колхозға ла сыҡмайҙар.  Булғанса уларҙы ла ашатам, ә мин эштә саҡта,  һаҡлап ҡына тотҡан картуфымды  алалар ҙа ашайҙар.  Улар ҙа  йәл, үҙ балаларымды ла уйлайым. Ултырып илаған саҡтарым аҙ булманы.  Ауыр саҡтарҙа Волховский фронттан килгән Әхсәнемдең хаттары йәнемә ял бирә ине.  Тәүҙә Сталинградтан хаттары килде лә, оҙаҡ ҡына хәбәр-хәтер булманы.  Ҡайғырып илап бөттөм, ә ул яраланып, оҙаҡ ҡына госпиталдә ятҡан икән. Тағы ла яралаһы 8 йән булғанғалыр инде, ирем  иҫән ҡалған.  Яралы ҡулын муйынына аҫып бәйләп ҡайтып ингәс, шатланыуҙарым! Ә ул, мине ҡосаҡлап үпмәне лә, туры сәңгелдәк янына барҙы ла балаларҙы күтәреп һөйҙө, ныҡ һағынғайны... Әхсәнде стансынан Мирғәлим ағай алып ҡайтҡайны, бергәләп ултырып сәй эстек.  Үҙе һиҙҙермәҫкә тырышһа ла хәленең ни тиклем ауыр икәнен күреп торҙом.  Уның аяғы, ҡулы яраланғайны, уң ҡулының бер ҡарыштай ере эскә батып тора, һөйәге юҡ,  ике бармағы усына йыйылған, тураймай ҙа, төндәр буйы ыңғырашып сыға ла, иртән тороп эшкә китә. Кладовщик  булғас,  ҡатындар менән тәүлек әйләнәһенә сей ашлыҡ киптерә, бер ваҡыт фонары шартлағас, һуҡыр лампа яҡтыһында эшләнек тип ҡайтҡайны. Ул бөтәһенә  лә яҡшы булды, һалдаткалар аҙлап ҡына кеҫәһенә һалып алған ашлыҡты күрмәмешкә һалышты. Үҙе  бер ҙә урлашманы, өйҙә  хатта ыумаслыҡ та он ҡалмай ине. Бер ваҡыт ,балалар аслыҡтан шешенә башланы. Кистән балалар ашарға таптырып ярһып иланы, бер нәмә юҡ, ташланып булашҡан һыйырҙы һауып аҙ ғына һөт алып ҡайтып эсерҙем дә ятҡырҙым, арып эштән ҡайтҡан ирем дә  һеңде. Төндә йоҡлай алмай уйланып яттым, күрәләтә балаларҙы астан үлтерәм бит, тип илап үкһеп бөттөм. Иремә лә йән көйҙө, үҙе ашлыҡ киптерә, өйгә бер ус та алып ҡайтмай. Нимә эшләйһең инде, бигерәк ғәҙел шул. Шунан баш өтөрмәнгә китерлек хәтәр ҡарарға килеп, ипләп кенә тороп, Әхсәндең кеҫәһенән кладауай асҡысын алып киттем. Ҡурҡһам да асып индем, тиҙ генә бәләкәй генә сүпрәк тоҡсайға арыш һалып алдым да, ҡуйынға тығып өйгә йүгерҙем.  Ҡайтҡас та дер-дер киләм, гел арттан ҡыуып килеп инерҙәр кеүек, тоҡсайымды йәшерер урын тапмай ыҙаланым, көскә тынысландым. Был турала бер ҡасан да, бер кемгә лә һөйләмәнем. Хәҙер йөҙ йәшкә еткәс яуапҡа тарттырмаҫтар инде, һөйләһәм дә була. Бала хаҡы өсөн үҙ ғүмеремдә бер тапҡыр шундый ҙур енәйәт ҡылдым.  Ул ваҡытта ҡурҡырлыҡ та ине шул,    1942  йылда  бер егетте бер кило ашлыҡ алған өсөн 5  йылға һөргөнгә ебәргәйнеләр, ауырып ҡайтып үлде...

     Балалар ауырып йәнде алалар ине. Бер ваҡыт Фәнүздең эсе китте, Фәнүрҙең күҙе эренләп шеште, күрмәй башланы.  Уларҙы алып киттем Назиф мулла ҡортҡаһына. Ул имләп-өшкөрөп, бал менән он болғатып япты, шунан тишелеп ҡанлы эрен ағып сыҡты. Улым  иҫән ҡалды, ауыл башында шулай уҡ ауырыған бер ҡыҙ үлде.

    Кейем еткереүе лә бик ауыр булды. Әхсән һуғышта саҡта, уның күлдәк еңенән улдарыма төпһөҙ ыштан тегеп кейҙерҙем.  Күлдәктәрҙе лә гел үҙем тектем, ойоҡбаштарҙы бәйләнем. Йылы кейемгә ҡытлыҡ булды, хатта үҙемдең бер бөртөк шәлемде ботарлап  балама ыштан тегеп бирҙем, шунан уның ҡарҙа аунап уйнағанын шатланып ҡарап торҙом...

    Һуғыш булһа ла тормош дауам итте. 1943 йылда  Флүрә ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Балам бәләкәй тип эшкә бармай ҡалып булмай, ике метрлы ҡайын тәртәгә ҡабыҡтан  1,5 метрлы бишек яһап, өс баланың бәләкәйерәген ятҡырып, ҙурырағын ултыртып, йә етәкләп, амбарға ашлыҡ киптерергә эшкә йөрөнөм.

    “Еңеү” хәбәрен амбарҙа симәнә әҙерләгәндә ишеттем.  Венера ҡыҙыма ауырлы инем , июлдә таптым.  9 майҙа бөтә ауыл шау-гөр килеп байрам итте, тамаҡ бөткәнсе йырланыҡ, аяҡтар талғансы бейенек...                                                Һуғыштан һуң да еңел булманы, аслығына ла, ауыр эшенә лә бирешмәнек.  Тағы ла  Ришат, Әхтәм,Флүр, Альберт исемле улдарыбыҙ, Вәзирә ҡыҙыбыҙ тыуҙы.  Балаларға көн дә барынса ашарға әҙерләнем, уларға етһен, тип үҙем ҡапманым.  Бер көндө, Альбертты имеҙеп ултырған ерҙән, тәгәрәгәнмен. Аңыма килгәс врачтарға: “Зинһар, терелтегеҙ, ун балам бар.Минһеҙ улар нисек йәшәр? Терелтә күрегеҙ”- тип ялбарҙым. Аллаға шөкөр, балаларҙы үҫтерҙек, хәҙер уларҙың ҡәҙер – хөрмәтен күреп йәшәйем.”- тип һөйләне өләсәйем. Мин уның осҡон сәсеп торған күҙҙәренә, алһыу йөҙөнә һоҡланып ҡарап торҙом.  Түҙгәс тә түҙә бит Кеше, йәшәргә әмәлен дә таба!..

   Үҙ ғүмерендә  бик күп михнәттәр, ҡайғы –хәсрәт күргән, 1986  йылда уҡ тормош иптәшен, шунан 6 балаһын юғалтҡан өләсәйем,аҙаҡҡаса рух ныҡлығын юғалтманы. Ул ҡунаҡтарҙы гел матур күлдәктәрен кейеп ҡаршы ала, йылмайып - көлөп  һөйләшә торғайны. Үҙе шаян! Ғазраил менән  дә һөйләшеп , килешеп ала: “Ғазраил! Һин мине ҡыш алмай тор әле, кеше ыҙалатып  туңда ҡәбер ҡаҙҙыраһым килмәй,- ти ул сатлама һыуыҡта, ә йәйге селләлә тағы өндәшә- Йәйге сихри мәлдә кеше үлеп ятмай инде! Ошо тиклем гүзәллекте ташлап ни йәнең менән ҡараңғы гүргә инеп ятмаҡ кәрәк!?” Ҡайһы саҡта, ауырып китһә,  өләсәйем: “Исмаһа үлеп тә булмай бит!”- ти башлаһа, еңгә: “Бәй, үҙең Ғазраилгә ҡыш та, йәй ҙә алмаҫҡа ҡуштың бит, хәҙер уның ҡасан килергә белмәй башы әйләнгәндер, шуға теге донъяға ашыҡма, иркенләп  тыныс тормоштоң рәхәтен күреп,  йәшә лә йәшә, инәкәй”-тип йылмая ине. Ҡартайған көнөндә, ысынлап та, рәхәттә балаларының ҡәҙер – хөрмәтендә йәшәне өләсәйем. Ҡыҙҙары Венера һәм Вәзирә Себерҙәге Урай ҡалаһынан йыш ҡына ҡайтып хәл белделәр, шылтыратып торҙолар.  Флүрә ҡыҙы ауылда йәшәне, көн дә янына килеп йөрөнө. Улы Әхтәм – әсәһенең терәге булды! Мөъминә, Гөлнәзирә, Рүзилә килендәре  лә инәкиҙәренең хәлен белеп торҙо. Кинйә улы Флүр менән килене Наилә ата нигеҙенә ҡайтып ҙур йорт һалды, өләсәйҙең урыны иң түрҙә булды. Улар яҡшы тәрбиәләгәнгә, иғтибарлы булғанға, гел көйләп кенә торғанға Хәтимә Саҙретдин ҡыҙы йәшәй алған да инде бер ғасыр ғүмерҙе!  Флүр ағай йортоноң  залын,  махсус рәүештә, өләсәйҙең бөтә балалары, 21 ейән- ейәнсәре, 44  бүләһен, 5бүләсәрен  ҡунаҡ итерлек иркен  итеп яһаны.  Улар бөтәһен дә һәр саҡ яҡты йөҙ, табын тулы һый менән ҡаршы алдылар.        

    2017 йылдың 24 февралдә Хәтимә Саҙретдин ҡыҙы Хәсәноваға 100 йәш тулды!  Күркәм юбилейына Наилә еңгәм ҡөрьән табыны әҙерләне, ҡотларға 100- ҙән ашыу кешекилде һәм хөрмәтен белдерҙе.

        Тотош бер быуат йәшәгән өләсәйемдең ғүмеренең һоҡланғыс та, тетрәндергес тә мәлдәре бик күп булғандыр, һуғыш осоро, үҙенең әйтеүенсә, иң ауыры...   

                   Ләлә Хәсәнова – Абзалова,  Туймазы районы, Бишҡурай ауылы.

 

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: