Иртә таңдан ҡара кискә тиклем
Үҙем күрәм шулай көнөмдө.
Ҡояшыма бағып сәләм биргәс,
Йыйыштырып ҡуям өйөмдө.
Бар эштәрем, сират теҙелгәндәй,
Башҡарыуҙы көтә ҡулымдан.
Ҡайһылары тиҙ үк хәл ителһә,
Ҡалғандары сыға уйымдан.
Шулай үтә көнөм барлай-барлай,
Яңылышты, шатлыҡ-ҡайғыны.
Асылмаҫтай булһа әгәр серем,
Һүҙһеҙ тыңлай бары Ай ғына.
Иртә таңдан ҡара кискә тиклем
Үҙем күрәм шулай көнөмдө.
Төнөм үтеп ҡояш ҡалҡты инде,
Бар эштәрем тағын өйөлдө.