Ҡайтып барам тыуған ауылыма,
Ә исеме уның Манышты.
Шундай һағындым мин туғандарҙы,
Һәр бер дуҫты,һәр бер танышты.
Нисә йылдар һине күрмәгәнгә
Тыуған ауылым минең Манышты?
Бушатайым әле һиңә ҡайтып,
Күңелемә тулған һағышты.
Һиндә тыуҙым, һиндә тәпәй баҫтым.
Еләк йыйҙым, эстем һыуҙарың.
Итәк менән селбәрәләр һөҙөп,
Иңләнем Манышты буйҙарын.
Үҙе бер кинәнес бирә ине
Бесән сабыуҙары болонда.
Ҙур ҡыуаныс була әгәр һине
Торғоҙһалар кәбән башында.
Хәтирәләр донъяһына сумып,
Ҡайтып еттем бына ауылға.
Ауылым тағы матурланған, үҫкән,
Бирешмәгән елгә-дауылға.
Тыуған йортом, тыуған ауылымды
Күпме төштә күреп һаташтым.
Өндә килеп һиңә аяҡ баҫҡас,
Бар хыялым ашты тормошҡа.
Бала саҡтың иң бәхетле мәле
Һиндә үтте ауылым Манышты.
Һине ташлап һис тә китмәҫ инем,
Үҙгәртеп тә булһа яҙмышты.