-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
әҙәби бит
29 Ғинуар 2020, 14:30

Мин серҙәрен астым ҡояштың...

Был шиғыр юлдарын үҙенең оло юбилейын билдәләүсе яҡташыбыҙ – башҡорт шиғриәтенең алтын тажын кейгән Факиһа Туғыҙбаева яҙған.

Минең артта таң һыҙыла,

Алға еләм, алға еләм.

Әйтерһең, мин, төндө телеп,

Ҡояшҡа юл ярып киләм...

Был шиғыр юлдарын үҙенең оло юбилейын билдәләүсе яҡташыбыҙ – башҡорт шиғриәтенең алтын тажын кейгән Факиһа Туғыҙбаева яҙған. Уның шиғриәте күңел юшҡындарын йыуып, заман битарафлығы боҙҙарын иретеп, ысынбарлыҡтың асылына төшөнөргә, шиғриәттең илаһи моңон тойорға, өҙөлөп әрнергә, бәғер яраларына шифа табырға, йәшәйешкә яңы тыуған сабый сафлығы менән әйләнеп ҡайтырға ярҙам итә. Башҡортостандың халыҡ шағиры Хәсән Назар: “Факиһа – рухи яҡтан Аҡмулланың ҡыҙы, Бабичтың һеңлеһе”, – тип ҡәләмдәшенә вариҫлыҡ тажы кейҙерә.

Районыбыҙҙың Ҡаңны-Төркәй ауылында тыуып үҫкән яҡташыбыҙ-ҙың шулай ҙурланыуы, бигерәк тә уның беҙҙеке булыуы – барыбыҙ өсөн дә ҙур ғорурлыҡ!

Күптән түгел Әмир ауылы китапханаһында Факиһа Туғыҙбаеваның 70 йәшлек юбилейына арналған “Дәрәжәм минең – башҡорт!” тигән ижади портрет кисәһе үтте. Сараға мәктәптең 5-се класс уҡыусылары саҡырылды. Осрашыуыбыҙ уның ижадын, шағирә булараҡ булмышын аңлатҡан шиғырын уҡыуҙан башланды: “Хоҙай мине ололаған, дәрәжәм минең – башҡорт, башҡортлоҡто һаман асам, бөтөрә алмайым асып...”

Китапханала “Мин серҙәрен астым ҡояштың...” исемле китап күргәҙмә-һе ойошторолдо. Унда әҙибәнең төрлө йылдарҙа баҫылып сыҡҡан китаптары ҡуйылды һәм шағирәнең ижадын яҡтыртҡан гәзит-журнал материалдары менән тулыландырылды. Шағирәнең тормошо һәм ижады менән танышҡанда китапханасы Зөһрә Асҡарова һәр йыйынтыҡҡа айырым туҡталды. Яҙыусының 2004 йылда донъя күргән “Алтын асҡыс – бүләккә!” китабы балалар өсөн яҙылған. Унда матур шиғырҙар, әкиәттәр, хикәйәләр урын алған. Китаптан уҡыусылар менән бергә шағирәнең тәбиғәткә ҡыш килеү, Яңы йыл тураһындағы шиғырҙарын, әкиәттәрен уҡыныҡ. Осрашыу аҙағында Башҡортостан, уның иҫ киткес бай тәбиғәте, эшһөйәр халҡы, атаҡлы шәхестәре тураһында һөйләштек. Факиһа Туғыҙбаеваның “Әй, яҙмышым минең” исемле шиғырын уҡып, әңгәмәләштек, фекер алыштыҡ. Шиғырҙа: “Һине аңлау өсөн далаларың кеүек киң күңелле, йылғаларың кеүек моң-һағышлы... булыу кәрәк”, – тигән юлдар бар. Башҡортостанды аңлау өсөн кеше ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш?” – тигән һорауға уҡыусылар: “Һәр кеше моңло, киң күңелле, тәрән аҡыллы, үҙ иленең үткәнен яҡшы белергә тейеш”, – тип яуапланы. Эйе, шиғырҙа иҫкә алынғанса, халҡыбыҙҙың тыуған илем, тыуған ерем, туған телем, халҡым тип көрәшкән, бының өсөн үҙҙәренең ғүмерҙәрен дә аямаған батыр йөрәкле ул-ҡыҙҙарын онотмаҫ-ҡа тейешбеҙ. Яҡташ шағирәбеҙ ҙә шуға саҡыра. “Мин ябай һүҙҙә йондоҙ асам”, – тип юҡҡа ғына әйтмәй әҙибә.

Хоҙай биргән тел асҡысы киләсәктә лә шағирәгә йәшәйеш серҙәре һандығындағы ғәжәйеп хазиналары менән кинәндерергә насип итһен.

Читайте нас: