+3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
әҙәби бит
21 Май 2019, 12:19

Башҡортостан

Урал – йыһан, һәр шишмәһе – йондоҙ,

Урал – йыһан, һәр шишмәһе – йондоҙ,
Сикһеҙ һанда, нурҙа урғылып,
Уса аша ҡуша-ҡуш булышып,
Ыҡ һүрәтләй ергә нур булып.
Ыҡҡа килгән ыҡтар иҙеләйә;
Ил ирәйә, ирҙәр берәйһә;
Түбәнһенгән халыҡ тиҙ үрәйә,
Уяу үҙаң менән көрәйһә:
Уралымды урай, эшләп ырай,
Сағыу сырай Башҡортостаным.
Тәхет ҡушы йәнәш – Бәхет Ҡошо,
Ҡурай һорай Бәхет осҡанын
Һинең күктә, Башҡортостаным!
Армыт-армыт Иҙел ишәйәлер,
Тармыт-тармыт тауҙар тау иле, –
Уңдан-һулдан ҡул иш саҡ-саҡ булып
Эш-тау ҡалһа, алға дәүәйә.
Суверенлыҡ – башланған төп эштер,
Һәр ваҡ яҡлау-иштер, ип эштер,
Башҡортостан! Көслө, үҙ аллы бул –
Ике Ҡитғаны бер йәбештер.
Урал урай-урай уңыш юрай,
Яҡты сырай Башҡортостаным.
Йылы, төҙ өй туҡтай белмәй төҙөй,
Бура бурай бөркөт-осҡаным –
Бөркөт күҙле Башҡортостаным.
Ҡуйынҡайың, Урал, иң йылы ер –
Сәп һүҙ: күмер, урман, майлы ер,
Күктә – сымдар, ерҙә – торба-йылға,
Ҡеүәт айлы, ғәйрәт сайлы ер.
Алтындарың “су”ы, “су” – түгем, –
Алты миллион байға серерлек,
Баҡырҙарың ток килтерер өсөн
Тап ҡояшҡа тиклем терәрлек.
Уралымды урай сағыу сырай,
Дуҫлыҡ һорай Башҡортостаным,
Алмаш-ара Дуҫлыҡ-Ҡушлыҡ бирә,
Хушлыҡ бирә илдә осҡанын,
Хуш аромат-Башҡортостаным.
Читайте нас: