Ҡойма ямғырҙары менән ялҡытҡан көҙ үтеп, тәүге ҡырпаҡ ҡар яуыу менән ниңәлер бала сағым иҫкә төшә. Матур булып, һағындырып...
Эйе, һағынам, сөнки балалыҡ йылдарым хәстәрлекле атай-әсәй ҡосағында үтте, аллаға шө-көр. Пионер, комсомол ойошмаларының шаулап-гөрләп эшләгән ваҡыты. Мәктәптә һәр төрлө саралар үтә. Кластың отряд советтары йыйылышы иҫтә ҡалған.
Бөгөн атай йортон һағынһам, күңелемдән генә ауылыма ҡайтып киләм, «йорт эштәрен башҡарам». Иҫемдә – ҡышҡы иртә. Әсәйемдең беҙгә өндәшкән яғымлы тауышына күҙҙәремде асам. Башымды ғына күтәрәм дә, кире йылы юрған эсенә сумам, сөнки өй һыуыҡ. Йылынып өлгөрмәгән әле. Әсәйем иртәнге һауындан яңы ҡайтып, мейескә яғып ебәргән, ҡоро имән утыны күнелле сыртлай. Иҙелеп кенә бешкән бутҡа ашатып, хуш еҫле тәмле сәй эсереп, апайым менән икебеҙҙе мәктәпкә оҙата әсәйем.
Мәктәптә йылы төшкө аш ойошторолмаған ине, шуға күрә оҙон тәнәфес ваҡытында йүгереп өйгә ҡайтам. Әсәйем сәйен ҡай-
натып, көтөп тора. Тиҙ генә ҡапҡылап, тағы сығып йүгерәм. Ә төшкө аш мәле иһә үҙе бер байрам, сөнки атайым өйҙә! Уны һағынып та өлгөргән-мен! Гөрләшеп төшкөлөктө ашайбыҙ – атайым ниндәй баһалар алыуыбыҙ ме-нән ҡыҙыҡһына, беҙҙең уңыштарыбыҙға ихлас шатлана.
Аштан һуң йәһәт кенә кейенеп, атайымдан рөхсәт алып, ат егелгән санаға флягаларҙы тейәп, шишмәгә һыуға ашығам. Эх, шул мәлдәрҙе әҙгә генә булһа ла кире ҡайтарырға ине... Юҡ шул, кире ҡайтмаҫ алтын мәлдәр. Атайымдың “Бәпес” ҡушаматлы аҡыл-
лы аты, теләгемде аң-лағандай, һәүетемсә генә һәр бойороғомдо үтәй, «һә» тигәнсе, елеп кенә йөрөп ҡайтабыҙ. Был минең көндәлек эшем. Шу-
ғалыр ҙа мине ауыл ҡарттары «Йәмил малайы» тип йөрөттө. Йәйҙәрен ең һыҙғанып, атайым менән рәттән баҫып, бесән сабыуым да сәбәпсе булғандыр быға.
Дәрестәремде әҙерләп, мәктәптә үткән берәй сараға барып ҡайтҡас, үҙемә йөкмәтелгән өй эштәрен башҡарам – утын ташыу, малдарҙы йылғаға алып барып эсереү, өйҙә торған бәрәстәрҙе әсәләренә ҡушып имеҙеү һәм уларҙы яңынан өйгә ташыу. Элек яңы тыуған быҙау, кәзә, һарыҡ бәрәстәре өйҙә тора ине. Үҙҙәре шул тиклем күп, хатта уларҙың һаны 10-12-гә етә! Минең өсөн иң ҡыҙығы шул – бәрәстәрҙе сығарып ебәрһәң, береһе лә әсәһен бутамай, һәр береһе сабып барып үҙ яҡынын таба. Нисек улай?! Тимәк, хайуандарҙың да үҙ тойомлауы бар.
Эштәремде теүәлләгәс, өйгә инәм. Әсәйем менән атайымдың эштән ҡай-тыуына өйҙө йылытып ҡуйыу, арып ҡайтҡан яҡындарымдың күңелен күреү ниәтенән, ҡулымдан килгәнсә ашарға бешерәм, мейескә яғам. Арып ҡайтып ингән ҡәҙерлеләрем-дең эштәрҙең теүәлләнгәнен күреп ҡыуаныуы минең өсөн оло шатлыҡ. Бергәләп киске аш ашайбыҙ, унан һуң инде дәрес әҙерләргә ултырам. Әсәйем ҡул эштәре менән булыша, шәл бәйләй, атайым быйма төпләй, сана, арба кәрәк-яраҡтарын йүнәтә. Ҡайһылай ҙа күңелле булған ул саҡтар!
Гел генә өй эштәре менән булышып йөрөгән был, тимәгеҙ, уйынға ла ваҡыт табылды. Аръяҡ урам балалары менән беҙҙең урам ыбыр-сыбыры командаға тупланып уйнайбыҙ. Ҡар со-ҡоп, окоптар яһайбыҙ, харап етди ҡыланып «штабтар» булдырабыҙ, «дошман»ды ҡулға алабыҙ... Әле уйлап ҡараһаң, бик файҙалы булған уйындарыбыҙ – беҙҙе теге йәки был хәлдән сығыу юлдарын таба белергә, дөрөҫ ҡарар сығарырға өйрәткән. Уйынға әүрәп оҙаҡлап ки-тәбеҙ: бейәләйҙәребеҙ һыу-
ланып, боҙланып ҡата, тешебеҙ тешкә теймәй ҡалтырайбыҙ. Үҙебеҙ бәхет-
тең етенсе күгендә йөҙәбеҙ. Бындай күңелле уйындың тағы ҡайҙа булыуы мөм-кин?! Бөгөнгө заман бала-ларыныҡы кеүек телефон, компьютерҙарыбыҙ булмаһа ла – шатбыҙ. Сөнки һәр миҙгел беҙҙең күҙ алдында алышына! Тиҫтерҙәр менән йәнле аралашыуҙы бер ни алыштырмай! Йәл… Ҡайһы саҡ миҙгел артынан миҙгел килеүен хәҙер тәҙрәнән генә күреп өлгөрөп ҡалаһың. Өлгөрһәң!
Эх, ҡайҙа һин, бәхетле, ғәмһеҙ бала сағым... Урар инем бер ҡайтып!