+3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
әҙәби бит
31 Ғинуар 2019, 18:52

Дан йырлайым һиңә, туған телем!

Уйланылған һәр уйҙарым – туған телдә, Сәләмләйем иртән торғас – туған телдә.

Уйланылған һәр уйҙарым – туған телдә,

Сәләмләйем иртән торғас – туған телдә.

Күкрәк һөтө менән биргән әсәм телен,

Аманаттай һаҡлармын тип анттар бирәм.


Туған телем гүзәллеге бер мөғжизә,

Һулытмайыҡ уны, берүк, һыу һибәйек.

Бар милләттәр берҙәм оло ғаилә булып

Тыныслыҡта һәм хөрлөктә көн күрәйек.


Һалҡын елдән, дауылдарҙан уны ҡурсып,

Бер ҡалҡандай, әгәр, татыу, берҙәм булһаҡ,

Телем-сәскәм бер ҡасан да һис һулымаҫ,

Аҡмуллалар аманатын әгәр тотһаҡ.


Туған телем, наҙлы гөлөм, һиңә генә

Бар йырымды изге уйҙан бағышлайым.

Илем бөйөк, халҡым ғорур, һис баш эймәҫ –

Һәр күңелгә ошо серҙе нағышлайым.

Читайте нас: