+11 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
әҙәби бит
31 Ғинуар 2019, 18:53

Ҡайыным

Минең яратҡан ағасым-ҡайын. Класс тәҙрәһе ал-дындағы ҡайын – ул минең серҙәшем.

Минең яратҡан ағасым-ҡайын. Класс тәҙрәһе ал-дындағы ҡайын – ул минең серҙәшем. Уға нисә йәштер, белмәйем. Төҙ, зифа буйлы, сәс-ботаҡтары суҡлы ҡайындың.

Ҡыш етһә, яңғыҙҡай өшөмәй, сөнки уның йылы ап-аҡ күлдәге бар. Һыуыҡ ҡышҡы көндәрҙә ботаҡтарындағы емен ашау-сы ҡоштар – уның яҡын дуҫтары.

Яҙ килгәс, ҡайын ағасы йәшел япраҡлы ҙур шәлен ябына. Яҙғы дуҫы – сыйырсыҡ ҡайта, ул көйҙәрен, йырҙарын һуҙып, дуҫын шатландыра.

Йәйге каникулда мин ялға киткәс, дуҫымды бик һағынам, сөнки шатлыҡ-ҡайғыларымды һөйләргә серҙәшем кәрәк миңә.

Көҙ килә. Мин әхирәтемде күрергә ашҡынам. Ул моңһоу. Беҙҙең айырылышыу уның йөҙөн һарғайтҡан. Алтын күлдәген һала, сөнки ул да минең кеүек ябайлыҡты ярата.

Мин ҡайын ағастарын мунса миндегенә, утынға аяуһыҙ киҫкән кешеләрҙе, яҙ көнө ҡайынды яралап, һутын ағыҙған балаларҙы күрә алмайым.

Әйткем килә: кешеләр, серҙәш булған, беҙҙе туйындырған тәбиғәткә ҡаршы тормайыҡ.

Читайте нас: