+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
әҙәби бит
3 Декабрь 2018, 20:35

Йәшлек эҙҙәремде һағынып...

Көн дә инә төштәремәТыуып – үҫкән яҡтарым

Көн дә инә төштәремә
Тыуып – үҫкән яҡтарым,
Бер ҡайғыһыҙ үткән көндәр,
Шаян бала саҡтарым.
Йәшлек эҙҙәрен һағынып,
Артылам мин тауҙарға.
Көнләшәм мин, китмәй ҡалып,
Шунда үҫкән талдарҙан.
Ултырып тау итәктәренә,
Үткәндәрҙе барлайым.
Класташтарымды һағынып,
Урамдарҙы буйлайым.
Йылы елдәр һыйпап уҙа
Сал сәсле сикәләрҙе,
Әйт, ауылым, ситтән ҡайтып
Хәлеңде беләләрме?
Юҡ, үпкәләмә һин уларға,
Оноттолар мине, тип,
Ана бит, йыйылғандар,
Һине һағынып-һөйөп.
Яңғырай гармун моңдары,
Үҙәктәрҙе өҙҙөрөп.
Күҙ йәштәре ағып төшә,
Биттәремде өттөрөп.
Шул моңдарҙа ҡабат күрәм
Бергә булған дуҫтарҙы.
Улар менән бергә тыңлайым
Сутылдашҡан ҡоштарҙы.
Эй, ул йылдар, һаман иҫтә,
Йәшәй һаман йөрәктә.
Бергә булған шул саҡтарҙы
Табып булмай эҙләп тә.
Йыраҡтарҙа тороп ҡалды
Хыялый шаян саҡтар.
Әйтерһең, улар теҙгенһеҙ
Ярһып сапҡан йәш аттар.
Читайте нас: