-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
әҙәби бит
14 Сентябрь 2018, 14:08

Ғаилә тотҡаһы – атай

2018 йыл Башҡортостан Республикаһында Ғаилә йылы тип иғлан ителде. Ғаилә – кеше өсөн иң мөһиме: һәр саҡ үҙенә тартып торған йылы усаҡ та, ярты һүҙҙән аңлаған, ҡыйын саҡта ярҙам ҡулы һуҙған яҡын кешеләр ҙә ул.

Ирина: "атайым менән әсәйемде һағынам"

Был ханым менән Новосибир-скиҙа таныштыҡ. Ирина (исеме үҙгәртелде. – авт.) миңә беренсе күреүҙән үк оҡшаны. Уға иғтибар итмәү мөмкин түгел ине: әйләнә-тирәләгеләрҙән бик ныҡ айырылып тора ул – ихлас, шаян, аралашыусан, шуға ла һәр кем иғтибар итә уға. Уның менән һөйләшкәндә, был ханым йөрәгенә яңы ғына операция яһатҡандыр, тигән уй башҡа ла килмәй. Кешеләр төрлө бит: сырайһыҙҙары, аҙ һүҙлеләре, әйләнсектәре һәм тәкәбберҙәре бар, әммә Ирина ундайҙарҙан түгел.

Үҙенең бала сағын айырым бер йылылыҡ менән иҫкә төшөрә ул. Ун бер балалы ишле ғаиләлә үҫә. Бәләкәйҙән үк ауылдағы барлыҡ эштәрҙе өйрәнәләр, һәр кемдең башҡараһы үҙ бурыстары була. Ҙурыраҡтары ата-әсәһенә хужалыҡта ярҙам итә – мал ҡараша, баҡсала эшләй, бәләкәйҙәргә күҙ-ҡолаҡ була.

Әсәләре өйҙә мәж килә, аталары мәктәптә завхоз булып эшләй. Үҙенең вайымһыҙ бала сағы, ата-әсәһе хаҡында һөйләгәндә күберәк атаһына туҡталыуын иҫкә алам. Бер хәлде көлә-көлә һөйләне ул. Йүгерә-атлай мәктәптән ҡайтып килгәндә, баҡсала эшләгән күрше ҡатынды күрмәйенсә, иҫәнләшмәй үтеп китә ҡыҙ. Икенсе көндө был хаҡта атаһы белеп ҡала, ҡыҙын бик ныҡ әрләп, күршеһенән ғәфү үтенергә мәжбүр итә. Йәштәштәре менән ыҙғыша ҡалһалар ҙа, ниндәйҙер ярамаған эш эшләһәләр ҙә, үҙҙәренең туранан-тура бурыстарын онотһалар ҙа аталары менән етди һөйләшеү булырын һәр бала аңлай.

Иринаның хәтирәләре ишле ғаиләне туйҙырыу өсөн көн-төн тырышҡан атаһына ҡарата ихлас яратыу һәм хөрмәт менән һуғарылған. Оҙон булмаған ғүмерендә ял белмәй эшләгән, үҙенең сәләмәтлеген ҡайғыртыу башына ла инеп сыҡмаған кеше булған ул.

Үҫеп еткәс, Андрей исемле бик сибәр, алтын ҡуллы егеткә кейәүгә сыға Ирина. Ире ғаиләлә берҙән бер бала була. Киленен башта уҡ үҙ итмәй ҡәйнә кеше: ишле ғаиләнән, ауылдан. Йәштәрҙең беренсе балалары тыуғас та, уларға ярҙам итмәйәсәген белдерә ҡәйнәһе. Йәнә бер балалары тыуа. Ирина ашханала ашнаҡсы булып эшләй, эшендә үҙен яраталар. Ире төҙөлөштә хеҙмәт итә, ҡай саҡтарҙа оҙайлы командировкаларҙа була. Торған һайын йышыраҡ эсеп ҡайта башлай ул. Ғаиләлә йыш ҡына тауыш та ҡуба. Ҡәйнәһе улын яҡлай, билгеле. Оҙаҡламай улар айырылыша. Ҡәйнәһе улын башҡа ҡатын менән таныштырып, өйләндерә. Ирина иһә, пенсияға сыҡҡас та эшләп, балаларына ярҙам итә. Әммә һуңғы ваҡытта йөрәгендә етди ауырыу табылып, өс тапҡыр операция кисергән. Ләкин үҙәге ныҡ кеше ул. Уның хәтлем оптимисты осратҡаным юҡ ине әле. Тормошто, кешеләрҙе иҫ китмәле яратыуы әйләнә-тирәләгеләргә лә күсә. Һөйләшеүе лә, башҡаларға өндәшеүе лә ипле һәм матур. Шуғалыр ҙа күпкә йәшерәк күренә ул.

Тормошонда яҡшы кеше осратһа, яҙмышы башҡаса булыр ине Иринаның. Уларҙың атаһы 11 бала-һы өсөн ышаныслы, ғәҙел һәм талапсан атай булған. Ә бына ире атай тигән юғары исемде аҡлай алмаған. Был яҡты донъяла юҡ инде ул – әсәһен ерләгәндең икенсе көнөндә ялған араҡы эсеп, ағыуланып үлгән.

Ольга: "атай һөйөүен әсәй алыштыра алмай"

Мин танышҡан икенсе ханымдың исеме Ольга. Камчатканан ул. Новосибирскиға килеүебеҙҙең беренсе көнөндә пансионат ишеге алдында таныштыҡ. Мөләйем, хатта бер аҙ ҡыйыуһыҙыраҡ ире Александр ҡайҙан килеүҙәре, үҙенә яһалаһы операция хаҡында һөйләне. Үҙенең һаулығы ҡаҡшауға аптырап торҙо – ғүмерендә тәмәке тартмаған, араҡы эсмәгән, 55 йәшенә тиклем ныҡлап спорт менән шөғөлләнгән, ә шулай ҙа йөрәге менән проблемалар килеп сыҡҡан. Ул көндө уның ҡатыны миңә бер аҙ тәкәбберерәк тойолдо. Әммә беренсе фекер – хата, тиеүҙәре дөрөҫ, күрәһең. Яҡыныраҡ танышҡас, Ольганың ихлас, йомарт хисле һәм тәрбиәле кеше икәненә инандым.

Бала сағы Красноярск өлкәһенең Себер тайгаһында үткән. Тәбиғәт тә ҡырыҫ, бала сағы ла ауыр һәм һөйөнөсһөҙ булған уның. Сабыр, ипле был ҡатын һөйләгәндә тайга һәм унда йәшәүселәр хаҡында фильмдан өҙөк тыңлайһың кеүек. Ғаиләлә биш бала – өс ҡыҙ һәм ике малай үҫкәндәр. Атаһы ҡара бөҙрә сәсле, матур кеше булған. Иренән бер аҙ олораҡ әсәһе сибәр, сабыр, уңған ҡатын була. Ольга – ғаиләлә иң өлкән бала. Уның ябыҡ ҡына иңдәренә ирҙәр башҡарырҙай ауыр эштәр төшә.

Атаһы менән картуф ултыртыуы хаҡында тулҡынланып һөйләй ул. Ольга һабан егелгән аттың йүгәне-нән тотоп, алдан бара. 5-6 ғына йәш була әле уға был ваҡытта. Йүгәнде ныҡлап тотмаһаң, ат бураҙнаны тапай. Бик ныҡ тырыша сабый, әммә нимәлер килеп сыҡмағанда, атаһы ҡыҙын сыбыртҡы менән туҡмай. Күберәк әсәһенә эләгә, билгеле инде. Иҫерек аталарынан ҡасып, картуф баҙында ла, баҡсала ла йыш төн үткәрәләр. Ғүмерҙәре шулай үткән дә булыр ине, бәлки. Әммә бер осраҡ Ольганың яҙмышын үҙгәртә.

Бер ваҡыт уларға Камчатканан ҡунаҡтар ҡайтып төшә. Ольга буй еткән ҡыҙ була инде. Туғандары уны үҙҙәре менән алырға була. Ата-әсәһе ҡаршы килмәй. Бына шулай донъяның бер ситендә тигәндәй, үҙ яҙмышын осрата ҡыҙ. Ире менән төрлө өлкәләрҙә эшләй. Ике ул һәм бер ҡыҙ үҫтерәләр. Хәҙер инде дүрт ейәне бар. Барлыҡ уңайлыҡтары булған дүрт бүлмәле фатирҙа йәшәйҙәр. Йорттарынан ун саҡрым ғына ситтә дачалары бар икән.

Ольга – уңған хужабикә. Ҡышҡылыҡҡа ниҙәр генә әҙерләмәй ул! Сәскәләр, йәшелсәләр үҫтерә. Бөтә эшендә лә ҙур ярҙамсыһы – ире Александр. Күргән барлыҡ ҡыйынлыҡтарым өсөн Хоҙайҙың миңә ебәргән бүләге ул, ти Ольга. 48 йыл инде бергә улар.

Кейәүгә сыҡҡас, әсәһен һәм туғандарын йәлләп, уларҙы үҙ янына Камчаткаға саҡыра. Атаһын да саҡырғас, шунда уҡ киҫәтеп ҡуя: уға бер кемде лә ҡыйырһытырға ирек бирмәйәсәктәр. Камчаткала бер аҙ йәшәгәс, атаһы менән әсәһе кире үҙ яҡтарына ҡайтып китергә була. Хушлашҡанда Ольга үҙендә атаһын ҡосаҡларға көс таба. Ауыр бала сағы өсөн кисереүе шул була. Атаһын һуңғы тапҡыр күреүе була был. Юлда, станцияларҙың береһендә өҙөлә уның ғүмере. Ә әсәһе ҡыҙының ғаиләһендә йәшәп, 93 йәшендә донъя ҡуя.

Әсәй йөрәге, атай аҡылы менән ярата

Мәктәптә эшләгәнлектән, йәш атайҙарҙың балаларының уҡыуы, тәрбиәһе, сәләмәтлеге һәм ялы тураһында ҡайғыртыуҙарын күрәм. Һәр иртәлә балалар баҡсаһы һәм мәктәп янына машиналар килеп туҡтай, уларҙан йөҙҙәре һөйөнөстән балҡыған малайҙар һәм ҡыҙҙар һикереп төшә. Атайҙар кластан тыш сараларҙа, ата-әсәләр йыйылышында ҡатнаша.

Атай – ғаиләләге иң мөһим кеше, ул уның тотҡаһы. Ғаиләләге именлек, ныҡлыҡ, муллыҡ һәм бала саҡтың кеше ғүмере буйына күңел түрендә йөрөтәсәк иң йылы хәтирәләре лә атай менән бәйле.

Читайте нас: