-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
әҙәби бит
8 Август 2018, 17:46

Белеп ҡулланыу зарур

Тәбиғәттең иң йомарт, аллы-гөллө, хуш еҫле сәскәләргә күмелгән мәле етте.

Тәбиғәттең иң йомарт, аллы-гөллө, хуш еҫле сәскәләргә күмелгән мәле етте. Баҡсаларҙа ғына түгел, ялан-ҡырҙарҙа ҡыҙарып, һутҡа тулышып еләк бешкән. Йәшенле ямғырҙары ла үҙенсә шифа бирә, сөнки йәшелсә-емешкә биҙрәләп ҡойған көндәлек һыу ғына ярҙам итмәй шул.

Йәйге бер көн йылды туйҙыра тигәндәй, кемдер бесән әҙерләй, икенселәр иһә тәбиғәт биргән еләк-емеште йыйыу менән мәшғүл. Иренмәгәндәр, эшенән бер аҙ ял алғандар ер еләген йыйып тәмле ҡайнатма әҙерләй, үҙенән артып ҡалғанын баҙарға һатыуға сығара. Был да бик мәслихәт, сөнки барыһының да ялан гиҙер мөмкинлеге юҡ. Ә кәрәкле витаминдарға бай аҙыҡты ваҡытында йыйып, тәмләп ҡалырға кәрәк.

Мин дә ауылда, әсәйем янында, ял иттем. Тыуған яғым ҡырҙарын гиҙеп, еләк-емеш, мәтрүшкә, йүкә сәскәһен йыйып киптерҙем. Матур ҙа һуң үҙебеҙҙең тыуған яҡтар! Һауаһы саф, йылғалары таҙа, ниндәй генә шифалы үләндәр, емеш-еләк үҫмәй беҙҙең Башҡортостанда!

Тыуған йортомдоң ишек алдына аяҡ баҫыу менән һәр ваҡыт баҡса буйында үҫкән бер үләнгә иғтибар итәм. Быйыл да, ҡапҡанан инеү менән, шул яҡҡа йүнәлдем, шытҡанмы, үҫәме, йәнәһе. Эйе, шытҡан быйыл да, емешкә бөрөлгән! Ниндәй емеш тиһегеҙме? Әҫпе еләге ул. Мин бәләкәй саҡтан, үҙемде белә-белгәндән баҡсабыҙҙа үҫә был еләк. Бик үҙенсәлекле үҫемлек ул. Уны бығаса бер ерҙә лә, бер кемдә лә күргәнем юҡ. Был еләкте күптәр белмәй. Беҙҙә үҫкәнен күреүселәр иһә аптырайҙар. Нимәһе менән үҙенсәлекле һуң? Бер урында ике йыл үҫә лә, орлоҡтары таралып, киләһе йылды башҡа урында ҡалҡа. Ҡыяғы бик йомшаҡ, ваҡыт үтеү менән һәр япраҡ төбөнән йәшел генә емештәр бөрөләнә. Ҡояш йылыһында иркәләнеп, әкрен генә ҙурайып, ҡыҙара. Бешкән берен йыя барып, киптерергә кәрәк. Ҡайнатма әҙерләмәйҙәр.

Ә нимәнән файҙалы һуң был еләк? Мин уны төрлө һүҙлектәрҙән, интернет селтәренән дә эҙләп ҡараным һәм ғалим З.Ураҡсиндың һүҙлегенән шундай яуап таптым: әҫпе – диатез, тәнгә сыҡҡан сәбертмә, тиелә. Русса тәржемәһе – жостер. Әммә ошо һүҙгә тура килгән еләк бындай ҡыҙыл түгел, ә ҡара төҫтә (интернетта һүрәте бар). Атайым мәрхүм, тәне ҡыҙарып ауырып киткәндә, кипкән ошо еләкте сәй итеп эсә ине. Әсәйем әйтеүенсә, әле лә күп кеше унан килеп ала. Мин үҙем дә ишек алдыбыҙҙы йәмләп үҫкән был үҙенсәлекле еләктең файҙаһын күрәм. Шуға күрә ялымдың быйыл тап уның бешкән мәленә тура килеүенә ҡыуанып, бешкән берен тиреп, киптереп алдым, ҡыш бауыры оҙон, кәрәге тейеүе бар. Хәҙер бит күптәрҙә теге йәки был ашамлыҡҡа йә иһә туҙанға аллергия. Бына шул саҡта ярҙамға килә лә инде әҫпе еләге!

Әҫпе еләгенең беҙҙең баҡсала нисек үҫеүен, ниңә башҡа ерҙә күренмәүен әсәйемдән һорағас, ул миңә йәшерәк саҡта, йәйләүҙә эшләгәндә ошо еләктәрҙе күреүен һәм күсереп ултыртыуын һөйләне. “Хәҙер был еләк яланда ла күренмәй, тимәк, ниндәйҙер кимәлдә ул юғалып бара. Шулай булғас, һаҡларға, таратырға, үрсетергә кәрәктер. Әҫпе ауырыуынан ярҙамы тейә бит. Ниндәйҙер таблетка, дарыу эскәнсе (ә уның организмдың бер еренә яраһа, икенсе урынына зыяны була), бына ошо еләкте, үләнде эсәһең. Уның миндә үҫеүен белгән кешеләр һорап килә, ә ниңәлер үҙҙәре ултыртырға ашыҡмай”, – ти әсәйем.

Тимәк, хөрмәтле дуҫтар, аяҡ аҫтыбыҙҙа үҫкән үләндәрҙе, еләк-емештәрҙе беҙгә белергә, танырға, һаҡларға ғына ҡала. Сөнки беҙ ожмахҡа тиң, бай тыуған яғыбыҙҙа йәшәүебеҙ менән шатланып, ғорурланып, уның бар ҡиммәттәрен киләсәк быуынға еткерергә бурыслы. Беләйек, яратайыҡ, һаҡлайыҡ тыуған еребеҙҙе, илебеҙҙе!

Читайте нас: