-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
әҙәби бит
21 Июнь 2018, 18:32

Һуғыш урлаған бала саҡ

1941 йылдың иң матур айында, донъялар сәскәгә күмелгән, урта мәктәпте тамамлаусыларҙың сығарылыш кисәһе үткән ваҡытта фашист илбаҫарҙары, беҙҙең тыныс тормошобоҙҙо боҙоп, Бөйөк Ватан һуғышы башланы.

1941 йылдың иң матур айында, донъялар сәскәгә күмелгән, урта мәктәпте тамамлаусыларҙың сығарылыш кисәһе үткән ваҡытта фашист илбаҫарҙары, беҙҙең тыныс тормошобоҙҙо боҙоп, Бөйөк Ватан һуғышы башланы. Был ҡот осҡос хәбәр йәшен тиҙлегендә илебеҙҙә таралды. Ҡаңны-Төркәй ауылына ла килеп етте ул.
Тәү көндө үк атайымды военкоматҡа саҡыртып алғандар. “Аттарҙы ике көн эсендә өйрәтергә!”- тигән бойороҡ бирелә. Атайым аттарҙы йыйып, уларҙы өйрәтергә кешеләр тәғәйенләп, яланға сығара. Аттарҙы ныҡлап өйрәткәс, ауыл халҡы уларҙы ҡарарға йыйыла. Аттар сабып килгәндә һыбайлыларҙың талдарҙы ҡылыс менән өҙә сабыуҙарын, шулай уҡ ат аҫтынан шыуышып сығып яңынан менеп ултырыуҙарын, аттың әле бер яғына, әле икенсе яғына йәшеренеп барыуҙы күрһәткәндәр. Ә атайым шуларҙың етәксеһе булған.
1941 йылдың 15 авгусында аттарын бер вагонға, үҙҙәрен икенсе вагонға тейәп һуғышҡа алып киткәндәр. Атайым һуғышҡа киткәндә әсәйемә 25 йәш апайыма 4, ә миңә ни бары 2 йәш кенә булып ҡалған. Атайым мине күтәреп һауаларға сөйгән, ҡыҫып-ҡыҫып ҡосаҡлап яратҡан (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мин быларҙың береһен дә хәтерләмәйем). “ Ошо балаларым хаҡына иҫән ҡайта алһам ине!” –тигән. Әсәйем уға үҙе бешергән сөсө күмәсте тешләтеп алып ҡалған, сөнки боронғолар юрауы буйынса, тешләп ҡалдырылған ризыҡ кеше тыуған яғына әйҙәп, көтөп тора, имеш.
Һуғыш йылдарында әсәйем көнө-төнө тигәндәй эштә, беҙ, бала-саға һәм ҡарт-ҡоролар ғына өйҙә торабыҙ. яҙ етһә төрлө үләнгә, йәйен емеш-еләккә йөрөйбеҙ. Бер көндө, беҙ, ваҡ ҡына балалар, Минебикә әбейгә эйәреп еләккә киттек. Тау башында еләк йыйып йөрөгәндә, аҫтан ғына осоп бер самолет килеп сыҡты, үҙенең артынан төтөнө һуҙылып бара. Һуғыш бында ла килеп еткән икән икән тип, ҡурҡышып, илап йүгерәбеҙ, ҡайын туҙынн эшләнгән тырыздарыбыҙ еләге менән ятып ҡалды. Әбейееҙ й-герә алмай, йығыла ла китә, уны күтәреп торғоҙабыҙ ҙа тағы йүгерәбеҙ. Шулаай итеп, илай-й-герә саҡ ҡайтып еттек ауылға. Самолетты беренсе күреүебеҙ булғас ни, ныҡ ҡурҡҡанбыҙ инде.
Әсәйем эшкә киткәндә беҙгә бешерелгән берәр йоҡа биреп ҡалдыра ине. уны көн буйына еткерергә тырышып, самалап ҡына ашаһаҡ та ( ул ваҡытта ни эшләптер көндәр ныҡ оҙон була торғайны) кискә тиклем асығабыҙ. Һандыҡтағы атайым тешләп ҡалдырған күмәсте апайым менән икәүләп әҙләп кенә тешләйбеҙ ҙә кире һалабыҙ. Их, шул күмәстең тәмлелеге! Һаман тел остарында тора. Әсәйем эштә ваҡытта теге күмәсте тағы алып тәмләйбеҙ. Бара торғас, теге күмәс бәләкәйләнде. Бер көн апайым менән әсәйгә барыһын да һөйләргә булдыҡ, сөнки үҙебеҙҙе ғәйепле тоя инек. Әсәйем һандыҡты асып ҡараны, әммә ләкин беҙҙе әрләмәне. “Балаҡайҙарым, күмәс әҙ ҡалһа ла, атайығыҙҙың ризығы булып торһон. Күмәскә бүтән теймәгеҙ, юғиһә, атайығыҙ һуғыштан ҡайта алмаҫ!”- тигәс, беҙ ни тиклем генә асыҡһаҡ та, күмәскә башҡа тотонманыҡ.
Әсәйҙәр Еңеү көнөн яҡынайтыр өсөн көндө төнгә ялғап эшләне. Уларҙың өҫтөнә төшкән ауырлыҡтарҙы, михнәттәрҙе, аслыҡты, беҙҙең бала сағыбыҙҙан мәхрүм иткән һуғыш һәм һуғыштан һуңғы йылдарҙы һөйләп кенә аңлатмалы түгел! Һәр бер өйҙә ирҙәренең, улдарының һуғыштан иҫән-һау, дошманды еңеп ҡайтыуҙарын теләйҙәр. Беҙ, бала-сағалар, ҡайҙа ғына барһаҡ та, атайҙарыбыҙҙың тиҙерәк иҫән генә ҡайтыуҙарын ҡысҡырып-ҡысҡырып теләйбеҙ, беҙҙең атайлы бала сағыбыҙҙы урлаған фашист илбаҫарҙарын әрләйбеҙ, уларҙы ҡәһәрләйбеҙ.
Әсәйҙәребеҙ һуң ғына эштән ҡайтыуҙарына ҡарамаҫтан, кис ултырып, һуғыштағыларға бейәләй, ойоҡбаш шарфтар бәйләйҙәр. Дошманға ҡарата сығарылған төртмә йырҙар йырлайҙар.
Башта атайымдан хаттар йыш килгән, ул унда алғы һыҙыҡта булыуын яҙған. Бынан иң бәхетле, иң ғүмерле генә кешеләр ҡайта алыр, ҡайһы бер көндәрҙә ер менән күк бер булған кеүек, тип яҙған ул. Үҙенең әйләнеп ҡайта алмаҫын һиҙенгәндәй, ҡыҙҙарҙы һәйбәт итеп тәрбиәлә, донъяны яҡшы көтөргә тырыш, тип яҙған.
Атайымдың “ҡара ҡағыҙы” килһә лә, һаман көттөк, һаман өмөт иттек. Типһә, тимер өҙөрлөк 31 йәшлек атайымдың үлеменә күңел ышанманы. Ҡәһәрле һуғыш бер кемде лә аяманы. Шуныһы ғына үкенесле, күпме йәшәп тә, атай һүҙен бер генә лә әйтә алманым. Беҙгә ошо тыныс тормошто яулап алып биргән һуғыш ветерандары, яуҙан ҡайта алмаған барлыҡ яугирҙарға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ беҙ. Тереләр алдында баш эйәбеҙ, уларға иҫәнлек, һаулыҡ, сәләмәтлек теләйбеҙ, ҡайтмай ҡалғандарының иҫтәлеген онотмайбыҙ.
***
Еңеү көнө! Ниндәй шатлыҡ!
Таралды ауыл буйлап.
Әсәй сепараттан ҡайта,
Ишетеп йүгерә-атлап.
Һуғыш туҡтаған тиеп
Әсәй беҙҙе уята.
Үҙе илай, үҙе көлә,
Кемдер гармун уйната.
Әсәйҙең ҡыҙыл ситсаһын
Байраҡ итеп элгәндәр.
Урамда ҡаҙан аҫылған,
Бөтәһе лә килгәндәр.
Урам тулып бейешәләр,
Бөтә халыҡҡа байрам.
Урам менән ял итәләр,
Бөгөн шулай ҡаралған.
Беҙ ҙә урам ситендә
Торабыҙ аптырашып,
Һөйөнөшөп ҡул сабабыҙ,
Ҡуябыҙ һикерешеп.
Беҙҙе килеп ҡосаҡлайҙар,
Йә алалар күтәреп.
Тәмлекәстәрҙе бирәләр,
Арҡа, баштарҙан һөйөп.
Беҙ ҙә өмөт итәбеҙ,
Атайҙарҙың ҡайтыуын.
Белмәйбеҙ шул уларҙың
Һуғышта мәңге ҡалыуын.
Читайте нас: