Йәрмәкәй районының Түбәнге Ҡарамалы ауылында йәшәүсе
Гөлфәниә Йыһаншинаның тәүге шиғырҙар йыйынтығы шулай атала
Кес кенә сағында уҡ килә илһам Гөлфәниәгә. Ҡыҙҙың бер тулҡын да ҡағылмаған күңел даръяһына саф һулыш бөркөй һымаҡ – ул сайҡалып ҡуя. Нишләп үҙгәрҙе һуң әле был донъя? Көтмәгәндә күңелгә килеп инеп, уны мең төрлө төҫкә манған, нур булып тамған был Илһамдан Гөлфәниәнең бар донъяһы балҡып киткәндәй була. Был балҡыш тирәләгеләргә лә күсә, шикелле. Ана бит, кисә генә таныш булған донъя, кешеләр бөтөнләй башҡаса күренә уға. Хистәр сафҡа теҙелеп, шиғыр тыуған ваҡыты ҡасан булғандыр. Матбуғатта беренсе тапҡыр өсөнсө класта уҡығанда “Башҡортостан пионеры”нда баҫылып сыға. “Балҡыны игенсе йөҙө” тигән был ҡыҫҡа ғына әҫәргә ул үҙенең күңелендә кинәт кенә килеп тыуған теге серле балҡышты һала.
Һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Бәләбәй педагогия училищеһына уҡырға инә Гөлфәниә. Һуңынан Саҡмағош районының Тайнаш урта мәктәбенә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшкә юллана. Бында матур ғына эшләп китә, уҡыусылары күңеленә лә үҙендә булған балҡышты һалырға ынтыла. “Их, береһенә генә булһа ла ҡунһын ине илһам нуры, улар күңелендә лә шиғыр тыуһын ине”, – тип хыяллана йәш уҡытыусы, балаларға ҡарап. Үҙе лә тап шул башланғыс кластарҙа, яҙа белә башлағас та ижадҡа ылығыуын иҫкә ала ул.
Уның хыялы тормошҡа аша – уҡыусыларының береһе, уйсан күҙле матур малай Илгизәр Ғәскәров ижадҡа тартыла, беренсе уҡытыусыһын күңел емештәре менән бөгөн дә әленән-әле һө-йөндөрөп тора.
Ҡыҙ бала бик йыш ҡына үҙ яҙмышына үҙе хужа була алмай, никах сәғәте һуҡҡас, ире ҡулына күсә. Гөлфәниә лә яҙмышын ул ваҡытта ышаныслы булып тойолған ҡулдарға тапшыра, кейәүгә сыға, әсәй була. Әммә араға хыянат кергәс, уның үҙ яҙмышы ғына түгел, балаларыныҡы ла ете юл сатында ҡала. Шул юлдарҙың тик береһен, хәҙер инде иң дөрөҫөн һайларға үҙенә ҡала йәш ҡатындың.
Таба ул юлды Гөлфәниә, яңы ғаилә ҡора, яңы мөхәббәт шишмәһенән ауыҙ итә. Әммә яҙмышы уны тағын уттарға һала – башта инде тыуам тип тыпырсына башлаған сабыйын юғалта. Ә унан һуң инде яуыз сир тормош иптәше Хәмитте лә алып китә.
Нисек кенә булмаһын, барыһы ла үҙенеке – әрнештәре лә, күҙ йәштәре лә. Тик үҙенеке, сит күҙҙәрҙән йәшерен улар. Ә кеше алдында – шулай уҡ балҡыш бөркөлгән ҡараш, ирен ситенә ҡунған һәм бер ҙә китмәй торған серле йылмайыу.
Һәм шиғырҙар! Һуңғы йылдарҙа уларҙы тыйып торған быуа йырыла – ярҙарына һыймый аҡҡан йылғалай урғыла улар. Алға – донъяға, уҡыусыларына, яҡташтарына.
Гөлфәниә Йыһаншинаның шиғырҙары һәр береһе төплө, тамыры бар, ныҡлы, серле... Ни өсөн серле? Сөнки уҡыусыға уларҙың тажын асып ҡарарға кәрәк әле, күҙгә бәрелеп торғаны уның асылы булмауы ла бик мөмкин. Шиғырҙарының асылы тәрәндәрәк. Хәйер, өҫтәгеһен елдәр бик тиҙ алып китә, тулҡындарға эйәреп юйыла. Ә шиғырҙар бик тәрәндән – күңел төбөнән килеп сыға ла, Йыһанға юллана.
Яҙыусының ижадын районда беләләр. Асыҡ миҫал – Гөлфәниә Йыһаншинаның район үҙәк китапханаһы ойошторған шиғриәт кисәһе. Уның менән осрашыуға күп һанлы уҡыусылары, туғандары, дуҫтары килгән. Түңәрәк өҫтәл артында аралашыу, хәтирәләр менән уртаҡлашыу, сығыштар, концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Автор башҡарыуында, шулай уҡ сарала ҡатнашыусыларҙың шиғырҙары яңғыраны, видеоҡотлауҙар ҙа күп булды.
Бөгөн беҙ һеҙгә Гөлфәниә Йыһаншинаның бөтә Рәсәйҙе тетрәндергән Кемерово фәжиғәһенә арналған hәм башҡа йөрәк түренән сыҡҡан шиғырҙарын тәҡдим итәбеҙ.
Аяҙ көндө болот ҡаплап алды,
Әйтерһең дә йәшен йәшнәне.
Ап-аҡ ҡарҙа ҡыҙыл ҡәнәферҙәр –
Әсәләрҙең ҡанлы йәштәре.
Ил буйынса матәм көнө бөгөн,
Бар әләмдәр түбән төшөрөлгән.
Миҙгел эстәрендә янып үлде,
Көл-күмергә ҡалып кешеләр.
Бер ҡайғыһыҙ, сәскә кеүек саҡта
Кемдәр өҙҙө сабый йәндәрен?
Мин белмәйем, ғәзиз баланан да
Ҡәҙерлерәк тағын ни барын!
Тере килеш янған балаларҙың
Йөрәктәрҙе телде әрнеше.
Бер гонаһһыҙ ҡырыҡ бер сабыйҙың
Кемгә төшөр икән рәнйеше???
Кем ғәйепле? Тикшереүҙәр бара.
Табырҙармы? Бармы ундайҙар?...
Ялбарыулы йәшле күҙҙәр менән
Күктән ҡарай рәнйеп сабыйҙар...
Ҡар өҫтөндә – ҡыҙыл ҡәнәферҙәр,
Ялҡынланып күпме шәм яна.
Ғәзиздәрен юйған кешеләрҙең
Бәғер үҙәгенән... ҡан тама.
28.03.2018.
Гөрләүекле яҙғы һыуҙар менән,
Ҡар еҫтәре менән ирегән
Йөрәгемә яҡты эҙен һалған
Йәшлегемә ҡаршы йүгерәм.
Гүзәл саҡтар әле генә ине,
Ҡай арала китеп өлгөргән?
Ғашиҡ булып йөрөгән тиле сағым
Томандарҙа ҡалып ирегән.
Йәшлегемдең һәр бәхетле көнө
Нағыш менән ҡушып сигелгән.
Йылдар булып епкә теҙелгән дә,
Ынйы-мәрйен булып һибелгән.
Яҡты һағыш ҡушып сигелгәнгә
Һәр төймәһе ғәзиз һәм серле!
Һағыштарың йәндә йәшәгәндә,
Иҫтәлектәр менән мин тере!
30.03.2018.
Йәш сағында сибәр булған атай,
Тулҡын-тулҡын сәстәр, төп-төҙ һын.
Өҫтәүенә, бик аҡыллы булған,
Нисек инде ғашиҡ булмайһың?!
Сибәрлектә әсәй үҙе лә бит
Кәм булмаған, өҫтәп уңған да!
Бер күреүҙә атай баштан аяҡ
Әсәйемә ғашиҡ булған да!
Һалдат хеҙмәтенән, ялға тиеп,
Ҡайткан булған атай ауылға.
Апаһында ҡунаҡ ҡыҙҙы күргәс,
Эләккән ул һөйөү-дауылға.
Бер-береһенә һөйөүҙәрен раҫлап,
Алыҫтарҙан күпме хат оса!
Хеҙмәт иткән һалдат күп уйламай –
Ике йөрәк бергә ҡауыша...
Илле дүрт йыл ҡулды-ҡулға тотоп,
Йөрәктәрен бәйләп ғүмергә,
Биш балаға йәшәү бүләк итеп,
Һөйөндөләр улар һәр көнгә.
Шау-гөр килеп тормош ҡайнап торҙо,
Бар нимәгә булдыҡ ҡәнәғәт.
Әсәй өлгөр булһа, атай – оҫта,
Һәр бер эше ине ысын сәнғәт.
...Был донъяла бер кем мәңге түгел,
Ваҡыт еткәс китеп бараһың.
Тормош ҡанунына ҡаршы килеп,
Табып булһа ине сараһын!
Саралар юҡ! Бары иҫтәлектәр
Иҫкә төшөп хәтер уяна.
Иң-иң ғәзиз кешеләрең юҡтан
Йөрәк әрней, йәндәр һыҙлана.
Тыуған оябыҙҙан күптән инде
Осоп киттек ҡанат нығытып.
Атай-әсәйҙәрҙең иҫән сағын
Бер нисек тә булмай онотоп!!!
Гөрләп торған оя тулы саҡты
Ҡаплап киткән инде аҡ томан.
Һағыш тулы йәнде бушатырға
Ҡалды хәҙер бары кәртәләр...
01.04.2018.