-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
әҙәби бит
30 Ғинуар 2018, 18:39

Шиғри аҙымдар

Баҡалылағы 1-се мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлшат Әсҡәт ҡыҙы Нуретдинова (фотола) уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен үҫтереүгә ҙур көс һала.

Баҡалылағы 1-се мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлшат Әсҡәт ҡыҙы Нуретдинова (фотола) уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен үҫтереүгә ҙур көс һала. Шуға күрә уҡыусылары ла, уҡытыусы үҙе лә төрлө ижади конкурстарҙа ҡатнаша, призлы урындар яулай.

Ҡыш бабай

Шундай шаян Ҡыш бабай,

Минең яратҡан бабай.

Беҙҙең менән бергә уйнай,

Әйтерһең, бер шуҡ малай.

Ҡарт булһа ла, ҙур булһа ла,

Шаяртырға ярата.

Үҙе бигерәк йомарт инде –

Күп бүләктәр тарата.

Ҡыш

Тышта ап-аҡ ҡар яуа,

Ер өҫтәре ағара.

«Ҡыш етте, тау шыуабыҙ!» – тип

Бала-саға шатлана.

Алһыу Медведева.

Әсәйем

Минең әсәй бик уңған,

Һәр эшкә лә ул булған.

Уйнап тора ҡулдары,

Матур уның уйҙары.

Беҙҙе бигерәк ярата,

Өйгә нурҙар тарата.

Беҙ ҙә уны һөйәбеҙ,

«Ҡәҙерлебеҙ һин!», – тибеҙ.

Минең атай – төҙөүсе

Минең атай – төҙөүсе,

Таштан йорттар өйөүсе.

Һалҡын таш-кирбестәргә

Йылы һулыш өрөүсе.

Үҫкәс, мин дә, атай кеүек,

Яңы йорттар төҙөрмөн.

Унда йәшәүселәргә

Гел шатланып йөрөрмөн.

Ауыр хеҙмәт булһа ла,

Атай эшен ярата.

Хеҙмәт хаҡын алғас та

Бүләктәрен тарата.

Арсен Таймасов.

Ҡошсоғом

Баҡсабыҙҙа – алмағас,

Алмағаста – һандуғас.

Һайрай ул көнөн-төнөн,

Һары ҡошсоғом минең.

Иртән һайрап уята,

Мәктәбемә оҙата.

«5»ле алып ҡайт, – тиеп,

Ҡала ул мине көтөп.

Ҡошсоғомдо яратам,

Уны һағынып ҡайтам.

Ҡайтҡас та хәлен беләм,

«Һайрап йәшә гел!» – тием.

Мәктәбем

Мәктәпкә барам шатланып,

Унда дуҫтарым көтә.

Дәрестәр ҙә бик ҡыҙыҡлы –

Һиҙмәй ҡалам – тиҙ үтә.

Регина Шәйхрәзиева.

Һеңлем

Һеңлемде мин бик яратам,

Бик кескенә булһа ла.

Көйһөҙләнеп, бер ҙә юҡҡа

Бик йыш илап торһа ла.

Һеңлемде мин бик яратам,

Күп нәмәне белмәһә лә.

Ҡыҙыҡ-ҡыҙыҡ әкиәттәрҙе

Әле уҡый белмәһә лә.

Белмәгәнен – өйрәтәм,

Илағанда – йыуатам.

Ҡурсаҡ кеүек һеңлемде

Мин бигерәк яратам!

Милана Мөкимова.
Читайте нас: