-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
әҙәби бит
15 Ноябрь 2017, 18:16

Ауыл уҡытыусыһы

Мәктәп юлынан берәү килә – Аҙымдары һәлмәк, арыған.

Мәктәп юлынан берәү килә –
Аҙымдары һәлмәк, арыған.
Ҡулда – портфель.Ҡосаҡ дәфтәрҙәр.
Ҡара костюм, аҡбур яғылған.



Кем танымаҫ, уйсан атлап килгән
Ябай ауыл уҡытыусыһын?
Һәр бер бала өсөн янып-көйөп,
Белем нуры таратыусыһын!


Ауыл мөғәллиме...Кем һуң шулай
Үҙ һөнәрен үтәй бирелеп?
Хеҙмәтенә тоғро. Йорт эштәре
Ҡырыҡ яҡҡа ятһа ла һибелеп.


Намыҫына тоғро. Нахаҡ ялыу
Өҫтәренә ҡай саҡ яуһа ла.
Уҡыусының һәр бер хатаһы
Аҡ сәс булып башҡа ятһа ла.


Уйлап ҡуям, уҡытыусыларҙың
Ҡоростандыр, ахыры, түҙеме.
Меңдәр өсөн белем илен асыу
Үҙе ҡаһарманлыҡ түгелме?


Кәрәк саҡта, уҫал була белә –
Шелтәләү ҙә ҡай саҡ урынлы.
Уҡытыусы! Һинең хеҙмәтеңә
Баштар эйеп, һәйкәл ҡойорлоҡ!


Кем иҫләмәй икән, әйтегеҙсе,
Иң беренсе уҡытыусыһын?
Аҡ юл һеҙгә, ҡошсоҡтарым, тиеп
Оло юлға оҙатыусыһын!


Белем нуры таратыусыһын –
Ябай ауыл уҡытыусыһын...

Читайте нас: