+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
әҙәби бит
20 Сентябрь 2017, 15:56

Илсинә ҒӘЛИМОВА

Яҙмыш, яҙмыш

Яҙмыш, яҙмыш,

Ниндәй һынауҙарға

Илтәһең һин беҙҙе тормошта?

Нишләп икән ауырлыҡтар күреп

Йәшәй кеше ошо тормошта?


Ауырлыҡтар аша үтмәй генә

Ярамаймы икән йәшәргә?

Нишләп икән яҙмыш ғүмерен ала,

Тыныс тормош бирмәй йәштәргә?


Кемдер ғүмер буйы эшләмәйсә,

Кеше талап яҡшы көн күрә,

Ҡартайғансы билен бөккәндәр,

Рәхмәт ишетмәйсә, бер үлә.


Юғарынан белем алғандар ҙа,

Бина йыуып, һатып көн күрә.

Пенсионер эшләй, ә йәштәргә,

Ни эшләргә, нисек йәшәргә?


Белдереүҙәр күрә йәш белгестәр:

Тәжрибәле белгес кәрәк, тип.

Эш булмайса, өйҙә тороп ҡына,

Тәжрибәле булып булмай бит.

Читайте нас: